

9 Майҙа Өфөнөң Совет майҙанында республикабыҙҙың барлыҡ район һәм ҡалаларынан йыйылған тупраҡлы гильзаны легендар генералыбыҙ, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле нигеҙенә һалып ҡалдырыу ҡаралған. Унда беҙҙең Асҡын районы ере лә буласаҡ.
Шуға ла 4 һәм 5 майҙа ауыл биләмәләрендә “Ер хәтере” республика марафоны сиктәрендә илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған саралар уҙа. Бөгөн Ҡышлауйылға ауылында ла нәҡ шундай сара ойошторалар. Һалдат каскаһына Ҡышлауйылға еренең ҡара тупрағын тултырыу тантанаһында ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин, урындағы мәктәп директоры Земфира Равиль ҡыҙы Суфиярова етәкселегендә уҡытыусылар коллективы, әүҙем йәмәғәтселәр ҡатнаша.
Сара һуңында барыһы бергә «Шайморатов генерал» йырын башҡаралар.
Наилә Имаева.