+30 °С
Болотло


Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө сиктәрендә Солтанай ауылы зыяратында ойошторолған өмәлә 60-лап кеше ҡатнашты. Улар яҡындарының, туғандарының, ата-әсәләренең мәңгелек йортон тәртипкә килтерергә йыйылды бирегә. Ҡәберлектәр, зыяраттың эсе лә, тышы ла ҡороған япраҡтарҙан, ағастарҙан таҙартылғандан һуң, өмәлә ҡатнашыусылар мәрхүм яҡындары рухына доғалар уҡып, тыныс күңел менән таралышты.
Илһөйәр Махатова.