

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә ошо көндәрҙә райондарҙа халыҡ ағастар, ҡыуаҡтар ултырта, йәшәгән төбәктәре күркәмерәк һәм таҙараҡ булһын өсөн тырыша.
Урмияҙ ауылында ла урындағы хакимиәт, китапхана һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Еңеү” паркында яугирҙар иҫтәлегенә ағастар ултырта.
— Урмияҙ ауыл биләмәһендә Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршы алырға әҙерлек тулы ҡеүәтенә бара. Бына әле “Еңеү” паркында яугирҙар иҫтәлегенә нарат, аҡ сирень, муйыл, ҡыҙыл миләш ағастарын ултырттыҡ. 7 майҙа тантаналы митинг үткәреп, Бөйөк Ватан һуғышында һәм унан ҡайтып һәләк булған яугирҙарыбыҙ иҫтәлегенә обелиск асабыҙ. Беҙҙең ауылдан һуғышҡа 532 кеше китә, шуларҙың ни бары 207-һе генә Еңеү яулап, тыуған еребеҙгә кире ҡайта, — тине ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин.
Наилә Имаева.