

Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 77 йыллығына һәм яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Степан Александрович Казаков иҫтәлегенә арналып ойошторолған ярышта Асҡын, Балтас, Борай райондарынан йөҙөү спортын үҙ иткән 41 йәш спортсы үҙ көсөн һынаны.
Ярыш биш йәш категорияһы буйынса ойошторолдо. Малайҙар һәм ҡыҙҙар йәш төркөмдәренә ҡарап 50 йәки 100 метрға ирекле стилдә йөҙҙө. Уларҙы тренерҙары һәм ата-әсәләре дәртләндереп торҙо. Асҡындар был юлы ла бәйгелә үҙҙәрен көслө команда итеп күрһәтте.
Үҙ йәш төркөмдәрендә Гүзәл һәм Айдар Махатовтар, Иллария Нурмөхәмәтова, Раушан Зараев, Арыслан Исхаҡов 1-се урындарға лайыҡ булды. Илнар Шәйхинуров, Рузалина Сәйетова — 2-се, Әмир Хәсәнов, Зиннур Юнысов, Азалия Имаметдинова, Руслан Ғайсин 3-сө урын яуланы.
Эстафета йөҙөүендә лә Асҡын командаһы беренселекте бирмәне. Балтас командаһы — 2-се, Борайҙар 3-сө урынға сыҡты.
Афарин, йәш спортсыларыбыҙ! Һәр ваҡыт шулай спортты алға алып, тырыш, маҡсатсан булып үҫегеҙ, һеҙҙе ярыштарға әҙерләгән, спортҡа һөйөү тәрбиәләгән етәкселәрегеҙҙең, ата-әсәгеҙҙең ышанысын лайыҡлы аҡлағыҙ!
Илһөйәр Махатова.