Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
23 Апрель 2022, 09:20

Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап

Халыҡ көтөп алған изге байрамға әҙерлек әүҙем бара.  

Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап


Бөйөк Еңеү көнө – халҡыбыҙҙың көтөп алған байрамы. Йыл һайын бөтә ил күләмендә ошо байрамға алдан әҙерлек башлана. Ҡариҙел районының Абыҙ мәктәбендә лә “Равнение к Победе!” исеме аҫтында ошо ҙур сараға әҙерлек башланды.
2-се класс уҡыусылары һәр ваҡыттағыса әүҙем булып сыҡты. Уҡытыусылары Гөлнара Борис ҡыҙы Губаева ярҙамында улар Бөйөк Еңеү тураһында һүрәт төшөрә, шиғыр ятлай, хәрби-патриотик йырҙар өйрәнә. “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыр өсөн, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарының портреттарын мәктәпкә алып киләләр. Ата-әсәләр пилоткалар хәстәрләп, изге Георгий таҫмаһын тағып ебәргәс, бәләкәстәрҙең илһөйәрлек рухы артып китте, ғорурланып байрамға әҙерләнәләр.

Гөлнара Солтанова.

Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас