Бөтә яңылыҡтар

Асҡында йәрминкә гөрләне!

Бөгөн Асҡын ауылының үҙәк майҙанында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арналған һәм “Мәҙәни шәмбе” акцияһы сиктәрендә район мәктәп йәрминкәһе үтте

Асҡында йәрминкә гөрләне!
Асҡында йәрминкә гөрләне!

Йәрминкәлә барлығы 13 мәктәп, алты балалар баҡсаһы ҡатнашты һәм үҙҙәренең бай ассортименттағы продукцияһын район үҙәге халҡына тәҡдим итте. Ә унда нимә генә юк ине: һөт ризыҡтары, туңдырылған, әле генә баҡсанан йыйылған еләк-емеш, йәшелсә, дарыу үләндәре, баҡса гөлдәре, бал, төрлө ҡайнатмалар, салаттар, бал һәм башҡа шифалы һәм туҡлыҡлы ризыҡтар һатылды.

Көҙгө уңыш байрамына йыйылған барса халыҡты, уҡыусыларҙы, уларҙың етәкселәрен район хакимиәте башлығы Динис Йосопов сәләмләне һәм бөтәһенә лә күтәренке кәйеф, уңышлы һатыу теләне. Артабан Динис Рәдис улы һәм уның урынбаҫары Эльза  Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева етәкселегендәге комиссия барса сауҙа рәттәре буйлап йөрөп, уларҙа тәҡдим ителгән бай продукция, матур күргәҙмәләр менән танышып сыҡты.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: