Бөтә яңылыҡтар

Конкурста ҡатнашып, еңеү яуланылар

Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары республика конкурсында еңеү яулауҙары менән ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын һөйөндөрҙө.


 Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзилә Мәғдән ҡыҙы Басимова етәкселегендә Илназ Әхмәтов (5-се класс), Матвей Накаряков (5-се класс), Амалия Аширкаева (6-сы класс), Регина Солтанова (10-сы класс) VIII “Мираҫ” (“Наследие”)  мәҙәниәттәр республика конкурс-фестиваленең “Тере һүҙ” йүнәлешендә ҡатнашып, уңышҡа иреште. Регина — 1-се, Матвей менән Амалия — 2-се, Илназ  3-сө урындарға лайыҡ була һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының  Дипломы менән бүләкләнә. Уҡыусылар рус телендә төрлө жанрҙарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөк уҡып, видеояҙмаһын  конкурс комиссияһына ебәрә. Составында билдәле артистар булған жюри ағзалары уларҙың эшен юғары баһалай. 
Фестиваль быйыл илебеҙҙә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арнала һәм  Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты тарафынан апрель аҙағынан май аҙағына тиклем ойошторола. 
Регина Солтанова IV “Хамматов уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конкурсында ла ҡатнашып, уңышҡа ирешә.  Телһөйәр ҡыҙ был бәйгелә яҙыусы Яныбай Хамматовтың “Йәшенле йәй” романынан өҙөктө рус телендә ятлап, тасуири уҡып ебәрә һәм 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ була. 
Уҡыусыларҙы конкурстарға әҙерләгәне өсөн Рәзилә Мәғдән ҡыҙы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты һәм Дипломы менән бүләкләнә.
Әүҙем, тырыш уҡыусыларға һәм уларҙы конкурстарға әҙерләүсе уҡытыусыларға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Илһөйәр Махатова.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: