Бөтә яңылыҡтар

Ағас ҡалаҡтарҙан - ҡурсаҡтар

Магинск күп функциялы ауыл клубында үҙенсәлекле оҫталыҡ дәресе үткәрелде.

Ағас ҡалаҡтарҙан -  ҡурсаҡтар
Ағас ҡалаҡтарҙан - ҡурсаҡтар

Клубтың художество етәксеһе Лиана Камилйәнова балаларға ғәҙәти булмаған ҡурсаҡ эшләргә өйрәтте. Ҡурсаҡтың формаһы өсөн ябай ағас ҡалаҡ алына. Артабан төрлө туҡыма һәм мамыҡ, синтипон киҫәктәренән эскиз йыйылып, ҡалаҡҡа беркетелә. Һөҙөмтәлә тоторға бик яйлы ғына сепрәк ҡурсаҡтар барлыҡҡа килә. Оҫтаханала балаларға рус халҡының көнитмешендә ҙур урын алып торған ҡалаҡтар, уны музыка ҡоралы итеп тә ҡулланыуҙары тураһында мәғлүмәт еткерелде. Рус халҡының милли биҙәктәре менән буятылған ағас ҡалаҡтарҙан, шулай уҡ рус халҡының милли сувениры һаналған төрлө ҡурсаҡтарҙан торған күргәҙмәлектәр ҙә һөнәрмәндәр күңеленә хуш килде. Сара Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә ойошторолдо.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Ағас ҡалаҡтарҙан -  ҡурсаҡтар
Ағас ҡалаҡтарҙан -  ҡурсаҡтар
Ағас ҡалаҡтарҙан -  ҡурсаҡтар
Ағас ҡалаҡтарҙан - ҡурсаҡтар
Читайте нас: