Бөтә яңылыҡтар

Өйҙә нисек мармелад эшләргә була?

Тулыраҡ сайтыбыҙҙа:

Өйҙә нисек мармелад эшләргә була?
Өйҙә нисек мармелад эшләргә була?

Бының өсөн 400 грамм шәкәр, ярты стакан емеш-еләк ҡайнатмаһы һуты (сироп), 30 грамм желатин, 250 миллиграмм лимонад, ярты аш ҡалағы лимон кислотаһы кәрәк.

Желатин менән лимонадты бергә бутайбыҙ ҙа ике-дүрт сәғәткә ултыртып торабыҙ. Шул ваҡыт үткәс, был ҡушылмаға шәкәр, ҡайнатма һуты, лимон кислотаһы өҫтәп, талғын утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнағансы бутап бешерәбеҙ. Эҫе көйөнсә һыу менән һөртөлгән формаға ҡоябыҙ ҙа һалҡынға ҡуябыҙ. Мармелад һыуығас, тейешле формаларға киҫеп, шәкәр пудраһында йәки шәкәрҙә әүәләйбеҙ.

https://dzen.ru/a/ZnLSd7-g-E70_Tk3

Автор:
Читайте нас: