Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙәребеҙ бүләкләнде

Радий Хәбиров ялға ҡатйҡан хәрбиҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. 

Яугирҙәребеҙ бүләкләнде
Яугирҙәребеҙ бүләкләнде

3 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

“Батырлыҡ өсөн” миҙалдарына, генерал Шайморатов ордендарына һәм миҙалдарына республиканан мобилизацияланғандар һәм ирекмәндәр батальондары яугирҙәре лайыҡ булды. Улар тыуған төйәгенә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты.

Радий Хәбиров яугирҙәргә хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте һәм республиканың хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәген билдәләне.

– Ватаныбыҙ саҡырыуына яуап биргән меңләгән яҡташыбыҙ өсөн һеҙ өлгө булдығыҙ. Улар “Башҡортостан” ирекле полкы һәм башҡа подразделениелар сафына инде. Республика һәр ҡайһығыҙ менән ғорурлана, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам иткән яҡындарығыҙға ла ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бындай мөһим ваҡытта бөтә ил берләште һәм, ысынлап та, бер ҙур ғаилә булып китте. Һеҙгә бар хәрби юлығыҙҙа ярҙам итергә һәм яҡындарығыҙ хаҡында хәстәрлек күрергә вәғәҙә бирәм. Һеҙгә хәрби бурысты намыҫ менән үтәүегеҙҙе һәм тыуған Башҡортостаныбыҙға имен-аман әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-07-03/yaugir-rebe-b-l-kl-nde-3325907
Яугирҙәребеҙ бүләкләнде
Яугирҙәребеҙ бүләкләнде
Автор:
Читайте нас: