Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте

Иҫке Ҡаҙансы ауылында үткән Һабантуй байрамы ҡотлауҙарға, бүләкләүҙәргә бай булды.

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте

Байрамдың  тантаналы өлөшөндә фиҙаҡәр тормош юлы үткән, намыҫлы хеҙмәттәре менән ауылдаштарының, райондаштарының оло ихтирамын яулағандар, ошо көндәрҙә күркәм ғүмер байрамын билдәләгәндәр тәбрикләнде.

Шундайҙарҙың береһе — Иҫке Ҡаҙансы ауылының хөрмәтле аҡһаҡалы, абруйлы педагогик хеҙмәт ветераны, районыбыҙҙың билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, район гәзиттәренең иң өлкән хәбәрсеһе, 90 йәшен тултырыусы Ансар Солтан улы Солтанов булды. Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов юбилярға йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙәге, тыуған яғыбыҙҙы өйрәнеүҙәге ҙур өлөшө өсөн иң изге теләктәрен еткереп, “Асҡын районының почетлы гражданы” билдәһен тапшырҙы. Абруйлы яҡташыбыҙ, БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Әлфис Суфиян улы Ғаязов Ансар Солтан улына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын һәм БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ район тыуған яҡты өйрәнеүселәр рәйесе Йәрис ағай Зәйдуллин  юбилярға Башҡортостан Республикаһы тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең “Почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсе” билдәһен тапшырҙы.

Шулай уҡ Ансар Солтан улын билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Зөһрә Арсаева һәм уның тормош иптәше Рафиҡ Әхмәтшин, район ағинәйҙәре исеменән Йәриә Ялалтдинова, район ветерандар советы исеменән Сәғитйән Ғәлин, Әнзирә Ғәниева һәм уҡытҡан уҡыусылары ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.

Илһөйәр Махатова.

Автор фотолары.

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: