Бөтә яңылыҡтар

«Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсына йомғаҡ яһала

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсы йомғаҡтары буйынса саралар һәм бүләкләү тантанаһы үтә. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #Курултай #АйыҡАуыл2021 #ТрезвоеСело2021

«Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсына йомғаҡ яһала
«Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсына йомғаҡ яһала

Сара иртәнге 9.00 сәғәттә башланды, конгресс-холл фойеһында республика конкурсында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт биргән күргәҙмәләр, экспозициялар ойошторолдо.

Көн дауамында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «НЫҠ БУЛ» күсмә студияһы эшләй. Шулай уҡ бөгөн балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторолған «НЫҠ БУЛ» асыҡ медиа-конкурсының финалы буласаҡ.

Пленар өлөштә «Айыҡ ауыл-2021» конкурсында ҡатнашыусылар, әүҙем ағзалар махсус бүләктәр, ойоштороу комитетының дипломдары, Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволарының рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

Артабан махсус майҙансыҡтар эше башлана, уға ярашлы, «Ауыл биләмәләрендә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәре» темаһы буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр ойошторола (ҡатнашыусылар - ауыл биләмәләре башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары); «Биләмәләрҙе үҫтереү ресурсы булараҡ, милли-мәҙәни ойошма» (ҡатнашыусылары - урындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре). Шулай уҡ алкоголле продукция етештереүҙе һәм уның әйләнешен дәүләт көйләүе өлкәһендә федераль һәм республика ҡануниәтенең хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе буйынса «түңәрәк өҫтәл» (ҡатнашыусылар - муниципаль район Советтары рәйестәре, Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары). Шулай уҡ «Айыҡ ауылдың идеаль образын моделләштереү» стратегик сессияһы планлаштырылған, унда конкурста ҡатнашҡан ауылдар араһынан әүҙемселәр, урындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, конкурстың эксперттар комиссияһы ағзалары, Рәсәйҙең башҡа субъекттарынан саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.

Сығанаҡ: /kurultaibashkir?w=wall-109622739_53130

«Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсына йомғаҡ яһала
«Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсына йомғаҡ яһала
«Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсына йомғаҡ яһала
Автор:
Читайте нас: