Бөтә яңылыҡтар

«Ынйы бөртөктәре» диплом менән бүләкләнде

Уҡыусылар баш ҡаланан бай тәьҫораттар алып, яҡшы ял итеп, хыялдарын үҫтереп ҡайтты 

«Ынйы бөртөктәре» диплом менән бүләкләнде
«Ынйы бөртөктәре» диплом менән бүләкләнде

Өфө ҡалаһының «Торатау» Конгресс-холында Донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан халыҡтары телдәрендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Бүләкләнеүселәр араһында Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова етәкселегендәге «Ынйы бөртөктәре» фольклор түңәрәге уҡыусылары ла бар ине.

Конкурста республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән төрлө йәштәге балалар ҡатнашты. Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова етәкселегендәге «Ынйы бөртөктәре» фольклор түңәрәге уҡыусылары “Шалҡан” рус халыҡ әкиәтен башҡортса сәхнәләштереп, «Яҡшы һөҙөмтәләр өсөн» дипломына лайыҡ була.
Бүләкләү тантанаһы айҡанлы ойошторолған матур һәм тылсымға сорналған байрам балалар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Улар төрлө күргәҙмәләр ҡарай, уйындар, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Уҡыусылар баш ҡаланан бай тәьҫораттар алып, яҡшы ял итеп, хыялдарын үҫтереп ҡайта. 


Илһөйәр Махатова.

Алһыу Хәсәнова фотолары.

«Ынйы бөртөктәре» диплом менән бүләкләнде
«Ынйы бөртөктәре» диплом менән бүләкләнде
«Ынйы бөртөктәре» диплом менән бүләкләнде
«Ынйы бөртөктәре» диплом менән бүләкләнде
«Ынйы бөртөктәре» диплом менән бүләкләнде
«Ынйы бөртөктәре» диплом менән бүләкләнде
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: