Бөтә яңылыҡтар

Ауылдаштар осрашты

Балтас районы Тусыбай ауылының 300 йыллығына арналған "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте.

Ауыл байрамы - ул ауылдаштарҙың ҙур татыу ғаиләһе өсөн һәр саҡ изге һәм яҡты байрам. Балтас районы Тусыбай ауылының 300 йыллығына арналған "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"  байрамы үтте.   Театрлаштырылған тамаша ауылдың барлыҡҡа килеү тарихын күрһәтте.  Тусыбайҙың  почетлы кешеләре, йәмәғәт тормошо активистары ауыл биләмәһе хакимиәтенең  Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Тамашасыларға эстрада артистары Алһыу Хафизованың, Айгөл һәм Эльмир Йыһангировтарҙың   сығыштары бик оҡшаны. Байрамда район Мәҙәниәт йорто артистары, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар сығыш яһаны. Уйындар һәм конкурстар ойошторолдо. Байрамдан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

 Гөлназ Ғәлләмова.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: