Бөтә яңылыҡтар

Ҡарға бутҡаһы! Тәмле булыр бутҡаһы!

“Мельница” Балалар ижады үҙәге коллективы “Ҡарға бутҡаһы” халыҡ байрамы проектының беренсе этабында иртәгә үтәсәк сараға әҙерләнде.

Ҡарға бутҡаһы! Тәмле булыр бутҡаһы!
Ҡарға бутҡаһы! Тәмле булыр бутҡаһы!

Асҡын ауылының “Мельница” Балалар ижады үҙәге коллективы Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары  конкурсының “Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге проекттарҙы яҡлау” йүнәлешендә еңгән “Ҡарға бутҡаһы” халыҡ байрамы проектын тормошҡа ашыра башланы.

Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙеү, балаларҙа милли мәҙәниәтебеҙгә, халыҡ ижадына  ҡарата ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ, hаҡсыл ҡараш тəрбиəлəʏ маҡсатында ойошторолған сараның беренсе көнөндә педагогтар һәм тәрбиәләнеүселәр иртәгәһе көндө Һабантуй майҙанында үтәсәк байрамға әҙерләнде.

“Ҡарға бутҡаһы” — апрель аҙағынан июнь уртаһына тиклем үткәрелгән яҙҙы ҡаршылау байрамы.  Йола буйынса байрам алдынан  матур итеп кейенгән балалар һәр йортҡа инеп, бутҡа бешереү өсөн ярма, һөт, май, шәкәр йыйып, уйын-көлкө менән кешеләрҙе байрамға саҡырып йөрөгән.

Бөгөн Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре лә педагогтары етәкселегендә Асҡын ауылында урамдар буйлап йөрөп, ризыҡ йыйҙы. “Ҡарға бутҡаһы — май кәрәк! Йомортҡа кәрәк! Ярма кәрәк!” — тип шау-шыу килеп ингән малай-ҡыҙҙарҙы йорт хужалары ихлас ҡаршы алды һәм биҙрәләренә, кәрзиндәренә улар һораған ризыҡтарҙы һалды. Балалар үҙ сиратында йомарт хужаларға: “Бар булығыҙ! Бай булығыҙ! Һау булығыҙ!” — тип изге теләктәрен теләп артабан юлланды.

 Һауыттары байтаҡ ҡына тулған балалар шатланышып, көлә-йүгерә үҙәккә ҡайтты һәм иртәгәһе байрамың тиҙерәк башланыуын көттө. Сөнки уларҙы иртәгә бай йөкмәткеле байрам көтә. Һеҙ ҙә, хөрмәтле асҡындар, 17 майҙа  сәғәт көндөҙгө 12-лә Һабантуй майҙанында үтәсәк “Ҡарға бутҡаһы” байрамына рәхим итегеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Ҡарға бутҡаһы! Тәмле булыр бутҡаһы!
Ҡарға бутҡаһы! Тәмле булыр бутҡаһы!
Ҡарға бутҡаһы! Тәмле булыр бутҡаһы!
Ҡарға бутҡаһы! Тәмле булыр бутҡаһы!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас в