Байрам мәҙәниәт йортонда башланды. Ауыл китапханасыһы һәм мәҙәни саралар ойоштороусы Лилиә Мазһар ҡыҙы Сәмиғуллина Науруз байрамы тураһында һөйләп, сарала барыһын да әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Йыр-бейеүгә оҫта балалар яҙ миҙгеленә бағышлап йырҙар йырланы, дәртле бейеүҙәр башҡарҙы.
Артабан байрам саф һауала дауам итте. Ауылдың аш-һыуға оҫта, уңған ҡатын-ҡыҙҙары байрам өҫтәленә тәмле ҡоймаҡ, ҡамыр ризыҡтары бешереп алып килгәйне. Хәрәкәтле уйындар ойоштороп, балалар рәхәтләнеп күңел асҡандан һуң, барыһы ла эҫе самауыр сәйенән һәм өҫтәлдәге тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Һуңынан йола буйынса ҡышты оҙатып, йәмле яҙ килеүен теләп, ҡарасҡы яндырҙылар.
Байрам барыһының да күңеленә яҙ кәйефе бүләк итте.
Илһөйәр Махатова.
Лилиә Сәмиғуллина фотолары.