Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итте

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса 2022 йыл Мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде. 

Башҡорт ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итте
Башҡорт ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итте

2020 йыл — Башҡорт теле, ә 2021 йыл Башҡорт тарихы йылы исеме аҫтында үтте. 

«Бындай тәжрибә беҙгә системалы рәүештә эш алып барырға һәм айырым йүнәлештәргә баҫым яһарға мөмкинлек бирә. Аңлашыла, Тарих йылынан һуң Мәҙәниәт йылы килә, сөнки мәҙәниәт фекерләүҙе, киләсәк образын формалаштыра тип иҫәпләйбеҙ. Мәҙәни мираҫыбыҙ бик бай, ул һаҡсыл мөнәсәбәтте, һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе, патенттар, брендтар кимәлендә нығытыуҙы талап итә. Фольклорҙы ғына түгел, заманса сәнғәтте лә һаҡлау йәһәтенән күп эштәр башҡарырға кәрәк», — тине «Башинформ»ға Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Уның һүҙҙәренсә, эш планы 900-гә яҡын пункттан тора. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә һәм райондарға ебәреү өсөн методик тәҡдимдәр әҙерләнә.

«Белеүебеҙсә, яҡташтарыбыҙ йәшәгән төбәктәрҙә мәғарифҡа һәм мәҙәниәткә һорау ҙур. Пандемия тамамланғандан һуң республикала ғына түгел, унан ситтә лә мәҙәни проекттарыбыҙ менән тулыраҡ шөғөлләнә алырбыҙ тип ышанабыҙ. Башҡорт мәҙәниәте йылын иғлан итеү мәҙәниәтте һаҡлау темаһы тирәләй берләшергә мөмкинлек бирер тип иҫәп тотабыҙ, беҙҙә был өлкәлә үҙенсәлекле оҫталар, профессиональ коллективтар һәм эксперттар күп, беҙҙең бурыс — уларҙы бергә туплау. Булат Йосопов етәкселегендәге мәҙәниәт буйынса комиссия ошондай мәғәнәле, идеологик концепттар әҙерләне», — тине Эльвира Айытҡолова.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-26/kurultay-bashkir-ob-yavil-2022-god-godom-bashkirskoy-kultury-i-duhovnogo-naslediya-2668842

Автор:Ләйлә Аралбаева.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-01-26/bash-ort-oroltayy-2022-yyldy-bash-ort-m-ni-te-m-ruhi-mira-yyly-tip-i-lan-itte-2668953
Автор:
Читайте нас: