Бөтә яңылыҡтар

Белемебеҙҙе лә тикшерҙек, рухи аҙыҡ та алдыҡ

Өфө ҡалаһына башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙырға барған Асҡын делегацияһы фәһемле сығыштарҙан һуң сәфәрен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында дауам итте

Драмтеатрҙа асҡындар Михаил Рощин пьесаһы буйынса ҡуйылған “Йәш ғаилә фатир эҙләй” драмаһын ҡараны. Был спектаклдең премьераһы март аҙағында уҙғайны. Режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев. Әҫәрҙе башҡорт теленә Айгиз Баймөхәмәтов тәржемә иткән.
Ролдәрҙе оҫта итеп Азат Вәлитов, Руслан Ғәлимов, Лилиә Ғәлина, Илдар Ғүмәров, Әлфирә Заһиҙуллина, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Ҡунаҡбаев, Гүзәл Маликова, Милена Сираева, Хөрмәтулла Үтәшев, Руслан Хайсаров, Светлана Хәкимова, Зилиә Хәлилова, Эльвира Юнысова башҡарҙы.
Сюжеттың нигеҙендә — йәш пар Алия һәм Алмас тормошонан тарих. Исеменән аңлашылып тора, яңы өйләнешкән пар ҡуртымға фатир эҙләй. Әммә әлеге торлаҡ мәсьәләһе ғашиҡтарҙы ныҡлыҡҡа һынай һәм ғаилә тарҡалыу сигенә килеп етә. Спектаклде ҡарағанда бер көлдөк, бер иланыҡ. Аҙаҡта йәштәрҙең тормош ауырлыҡтарын еңеп, бер-береһен аңлап, мөхәббәт хистәрен һаҡлап ҡала алырҙарына һөйөндөк.
  • Өфө ҡалаһына ошо бай йөкмәткеле сәфәрҙе ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улына, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙына, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәхийән улына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелебеҙҙе байытып, рухи аҙыҡ алып ҡайттыҡ, — ти баш ҡалаға барған гүзәл заттар.
  • Илһөйәр Махатова.
    Автор фотолары.
    Читайте нас: