Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
30 Декабрь 2020, 16:50

Хеҙмәт ветеранына бүләккә гәзит

#БашҡортТеле2020 #Баштел2020#Эстафетадобра#Подписка2021 #АсҡынрайоныЙәнтөйәкгәзите Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев та район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин иғлан иткән матбуғатҡа яҙылыу буйынса эстафетаға ҡушылды.

Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы тарафынан иғлан ителгән матбуғатҡа яҙылыу буйынса эстафета дауам итә. Көндән-көн уға ҡушылыусылар арта бара. Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы ла “Изгелек эстафетаһы” сиктәрендә “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып, Упҡанкүл ауылында йәшәүсе хөрмәтле хеҙмәт ветераны Мәжүдә апай Шуароваға бүләк итте.
Эстафетаны Флүр Фәнүз улы Петропавловка ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙим улы Ҡәҙимовҡа тапшырҙы.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: