Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
28 Декабрь 2020, 18:59

Ирешелгән уңыштар

Башҡорт теле йылы районыбыҙҙа һөҙөмтәле үтте. Йыл дауамында Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” рәсми төркөмөндә конкурстар, флешмобтар ойошторолдо. “Минең милли кейемем” флешмобында ҡатнашыусылар ҙа күп булды.Мишкә районы.

Быйыл районда беренсе тапҡыр урындағы депутаттар сессияны башҡорт телендә үткәрә башланы. Унда район биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау, үҫтереү саралары һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
Шулай уҡ йыл дауамында яҡташ яҙыусыларҙың юбилейҙарына төрлө саралар ойошторолдо. Мишкәләр үҙҙәренең тамырҙарын онотмай, хәтерендә, телендә һаҡлай. Шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан юбилей саралары Ҡыйғаҙытамаҡта үтте. Тантанала Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы тарафынан ойошторолған “Бабич һүҙе” республика конкурсына йомғаҡ яһалды, уның еңеүселәре тәбрикләнде.
14 декабрҙә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторолдо. Белем биреү усаҡтарында тематик асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар үткәрелде. Мәҙәниәт йорттарында ла юбиляр башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларына арналған кисәләр, уҡыуҙар ойошторолдо. Китапханаларҙа китаптар презентацияланды, күргәҙмәләр эшләне.
Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә мәғариф бүлеге “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уҡыусылар өсөн “Әсәм теле — сәсән теле” шиғыр һөйләүселәр конкурсы иғлан итте. Еңеүсе һәм призерҙарға мәғариф бүлеге һәм район башҡорттары ҡоролтайы исеменән Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ уҡытыусылар араһында «Башҡорт теле көнө», «Милли кейем көнө» темаларына кластан тыш сара өлгөһө конкурсы иғлан ителде. Янағош ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Таңсулпан Бикбулатованың ижади эше иң яҡшыһы тип табылды. Уҡыусылар өсөн Оло Шаҙы ауылы Хеҙмәт һәм дан музейында башҡорт яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Али Карнайға, Мишкә 1-се лицейы музейында башҡорт халыҡ яҙыусыһы, драматург Флорид Бүләковҡа арналған онлайн дәрес-сәйәхәт ойошторолдо.
Мишкә Мәҙәниәт һарайы байрам уңайынан башҡорт телендә шиғыр йә йыр башҡарыу буйынса флешмоб иғлан итте. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең сығышын социаль селтәрҙә тематик хэштегтар аҫтында һалды. Бар ҡатнашыусыларға ла Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йорттарында “Башҡорт халыҡ уйындары” фольклор кисә, “Туған телде ҙурлап” крайҙы өйрәнеү дәресе, “Башҡорт әҙәбиәте ынйылары” күргәҙмәһе, “Минең телем — дуҫлыҡ теле”, “Башҡорт теле көнө” исемле мәҙәни саралар уҙғарылды.
Мишкә районы — күп милләтле район. Бында мари, татар, рус, башҡорт халҡы татыу йәшәй. Мари тарихи-мәҙәни үҙәге социаль селтәрҙә үҙенең “Бәйләнештә” рәсми битендә Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин башҡортса һөйләшәм” исеме аҫтында флешмоб асты.
Быйыл башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға ла иғтибар артты. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса иғлан ителгән “Изгелек эстафетаһы” сиктәрендә район хакимиәте башлығы Павел Трапезников, уның урынбаҫарҙары Лариса Александрова, Динар Мортазин, Мишкә ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ишмакаев, полиция начальнигы Линар Хоҙайназаров “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып, баҫманы мәктәптәргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, Башҡорт теле йылына арнап үткәрелгән конкурс еңеүселәренә бүләк итте.
Йыл тамамлана, әммә башҡорт теленә иғтибар кәмемәйәсәк. Алдағы йылдарҙа ла эшләнәһе эштәр, маҡсаттар күп әле.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: