Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
15 Декабрь 2020, 13:00

Тест үтергә саҡырабыҙ

Башҡортостанда Башҡорт теле көнө уңайынан тест үтеү сайты барлыҡҡа килде.

Унда башҡорт теленең ҡайһы диалектында – төньяҡ-көнбайыш, көньяҡ йәки көнсығыш – һөйләшеүеңде белергә мөмкин. Әлегә тест үтеүселәр 700-ҙән ашҡан.
"Башҡорт телендә өс – көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттары бар, – тип һөйләй тест төҙөүселәр. – Был өс диалектта аралашыу фән яғынан танылған. 1980 йылда Өфөлә Рәсәйҙең алдынғы төркиәтселәренең Бөтә союз диалектологик конференцияһы ойошторолғанда диалекттар тураһында ҡарар ҡабул ителде".
Теләгәндәрҙе тест үтергә саҡырабыҙ. Бының өсөн ошо һылтанма буйынса инергә кәрәк: bash-dialekt.com.
Фото: soyuz.ru
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: