Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
14 Декабрь 2020, 12:50

Ҡулдарында — биҙәк һәм нағыш

Иҫке Ҡарағош ауылынан Флүзә Ғәзизова башҡорт милли биҙәүестәрен эшләй

Флүзә Ғәзизова — Ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы. Борай районы егетенә кейәүгә сығып, бына 26 йыл Иҫке Ҡарағош ауылында йәшәй. Тормош иптәше Фәнис менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, инде ейәндәре Назарҙы һөйөп туя алмайҙар.
Флүзә Тимерғәли ҡыҙы ауыл китапханаһында эшләй. Хәҙерге заманда китапханасы, уҡытыусылар һәм клуб хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, ауыл тормошоноң үҙәгендә ҡайнай. Флүзә Ғәзизова ла олоһона-кесеһенә төрлө саралар үткәрә, пандемия сәбәпле китаптарҙы уҡыусыларға өйҙәренә илтеүҙе ойоштора, районда үткәрелгән бер генә саранан да ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Дөйөм алғанда, район китапханаһы тарафынан ойошторолған төрлө семинарҙарҙа, осрашыуҙарҙа, конференцияларҙа ул башҡорт телендә матур итеп шиғыр һөйләргә лә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яңғыҙ бейеүҙәре менән сығыш яһарға ла өлгөрә. Өс тиҫтә йылға яҡын Борай районында йәшәһә лә, үҙ телен, үҙ асылын юғалтмаған, балаларын да туған телендә һөйләшергә, аралашырға өйрәтеп үҫтергән ул. Мәҡәләмдә мин уның йәнә бер шөғөлө — башҡорт милли биҙәүестәренең береһен — һаҡал (селтәр) тегеүе тураһында бәйән итмәксемен.
Башҡорттарҙың кейемгә талапсан, ыҫпайлыҡҡа битараф булмағанлығы тураһында һүҙ алып барыр алдынан, халыҡтың үткәнен, тарихын, көнкүрешен, һөнәрен, илен, ерен, йәшәгән тәбиғәт шарттарын күҙ алдына килтерергә кәрәк.
Һаҡал күҙ тейеүҙән һаҡлай. Ул күкрәк өлөшөн ҡаплап торған. Уны байрамдарҙа ғына түгел, көндәлек кейем-һалым өҫтөнән дә кейгәндәр. Күкрәк түренә башҡорт мифологияһының тәрән фәлсәфәһе һалынған. Халыҡ ышаныуҙары буйынса, кешенең йәне уның ҡалҡан биҙе тирәһендә. Шуға күрә, күкрәксәләр, һаҡалдар кейгәндә ҡатын-ҡыҙҙар муйын алдын асыҡ ҡалдырған, йәнәһе шул асыҡ урындан йәнгә яҡшы көстәр, һәйбәт энергия инәсәк, ә насары, көнсөллөк, сихыр, яуыҙлыҡ кеүек хистәрҙән һаҡлау өсөн төрлө биҙәктәр яһаған тәңкәләр, мәрйендәр тегелгән. Кешенең күҙе нәҡ ана шул биҙәнеү әйберҙәренә генә төшә, ул бары тик шунда ғына ҡарай. Насарлыҡ теләгәненең насар уйҙары шул матурлыҡтан онотола, ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллегенә артыҡ һоҡланғанының күҙе лә шул һаҡалға төшә, күҙе теймәй.
Флүзә Тимерғәли ҡыҙы үҙенең һаҡалдарын тегә башлағансы ошо үҙенсәлектәрҙе, башҡорт мифологияһын, милли кейем тарихын ентекләп өйрәнә. 2007 йылда ул Өфөлә “Башҡорт халыҡ кейемдәре һәм биҙәүестәре” тип аталған курстарҙа уҡый. Шунда һаҡал тарихы менән таныша, уны тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡарай. Курстарҙан ул тейешле материалдар алып ҡайта һәм үҙенең тыуған яғы Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттарына хас булған һаҡалды тегеп ҡарарға була.
— Курстарҙан тыуған яғымдың гүзәл заттары кейгән кейемдәрҙе өйрәнергә тигән маҡсат менән ҡайттым. Ҡырмыҫҡалы башҡорттарының милли кейемдәре тарихын оҙаҡ өйрәндем. Һәр яҡтың үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар: төҫтәре, ҡулланған материалдарынан алып төшөргән биҙәктәренә тиклем айырылып тора улар. Беренсе теккән һаҡалым үҙемә бик оҡшаны, — тип һөйләй Флүзә Тимерғәли ҡыҙы. — Унан республиканың төньяҡ райондары башҡорттарының милли кейем үҙенсәлектәре буйынса уҙғарылған семинар-уҡыуҙа булдым. Унан һуң Борай башҡорттарының милли кейемдәренә иғтибар иттем. Минең тыуған яҡ кейемдәренән быларҙың ниндәй айырмалары барлығын тикшерҙем. Айырмалары бар шул! Биҙәү алымдары бөтөнләй икенсе төрлө булып сыҡты. Ҡырмыҫҡалы һаҡалдарында тәңкәләр, мәрйендәр күберәк ҡулланылһа, Борайҙыҡыларҙа таҫмаларҙан төрлө биҙәктәр тегелә, тәңкәләре лә икенсе тәртип менән ҡуйыла һәм күләме буйынса аҙраҡ та. Борайҙарға йышыраҡ һары, аҡ төҫтәр хас. Күлдәктәре лә, һаҡалдары ла ҡуйы һарынан, асыҡ һарынан тегелгән.
Шунан Флүзә Ғәзизова заманлаштырылған, стилләштерелгән һаҡалдар тегергә өйрәнә. Улары, әлбиттә, еңелерәк башҡарыла.
— Стилләштерелгәндәре күберәге матурлыҡ өсөн инде. Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме икенсе төрлө бит. Әммә милли элементтар, милли атрибутика ҡулланһа, ҡатын-ҡыҙ нисектер күркәмләнеп, нурланып, һөйкөмлөләнеп киткән кеүек. Күргәнегеҙ ҙә барҙыр әле, ҡайһы бер гүзәл заттар сулпыға оҡшаш алҡалар, ваҡ тәңкәләр менән биҙәлгән муйынсалар таға башланы. Ошо стилләштерелгән һаҡалдарҙы күлдәк өҫтөнән кейһәләр ҙә матур бит, — ти ул. — Хәҙер кибеттәрҙә ынйы-мәрйен дә, таҫмалар ҙа күп, әлбиттә. Һатып ал да йәнең нисек теләй, шулай тек кенә. Әммә улар ысын һаҡалдарҙа булғандарынан сифаты, материалы, эшләнеше менән айырылып тора. Тәңкәләр ҙә юҡ. Улары урынына тинлек аҡсаларҙы тишеп бирә тормош иптәшем. Шуға ла нәҡ милли һаҡал тегер өсөн сеймал табыуы ауырыраҡ.
Оҫта ҡуллы китапханасының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары күлдәген үҙ ҡулдары менән тегеп кейеү хыялы бар икән. Бының өсөн әле ул мәғлүмәт туплай, тарихи китаптарҙан күлдәктәрҙе тасуирлаған урындарын яҙып ала, һәр ырыу, һәр ҡәбиләнең үҙенә генә хас үҙенсәлектәрен, күлдәктең туҡымаһы ниндәй булырға тейешлеген, төҫтәрен, тегелеш өлгөләрен, сигелгән биҙәктәрен барлай. Береһенән-береһе матур һаҡалдар теккән был уңған гүзәл заттың яҡын киләсәктә бынамын тигән ысын башҡорт күлдәге тегеп кейеренә иманым камил.
Флүзә Тимерғәли ҡыҙы һаҡал тегеү серҙәренә китапханала ойошторолған түңәрәктәрҙә ауылдаштарын да, балаларҙы ла ылыҡтыра. Балаларҙың — “Золушка”, өлкәндәрҙең “Хужабикәләр” түңәрәктәре ағзалары был эшкә теләп өйрәнә. Тик быйылғы пандемия эште ҡатлауландырҙы, дәрестәр онлайн уҙғарыла. Әлбиттә, йыйылышып, бер-береһенең эшенә баһа биреп, ҡул менән тотоп өйрәтеү-өйрәнеү булмауы бер аҙ ҡыйыныраҡ шул.
Эйе, һәр кеше үҙ милләтенең, туған теленең киләсәгенә битараф булмаһа, йәмғиәттә телде һаҡлау, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яңыртыу, халҡыңдың үткәнен барлау кеүек проблемалар булмаҫ ине, моғайын. Бигерәк тә был гүзәл заттарға, әсәйҙәргә нығыраҡ ҡағыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа был проблема киҫкен булып ҡала. Балалар үҙ телдәрендә аралашмағас, һөйләшмәгәс, уны аңламай, милләтенең үткәнен белмәй. Борсоулы хәл тиһәк тә хата булмаҫ. Ошолар араһынан ысын башҡорт ҡыҙы Флүзә Ғәзизова айырылып тора. Үҙе эшләгән һаҡалдарҙағы мәрйен кеүек.
Венера Арысланова.
Читайте нас: