Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
14 Декабрь 2020, 13:08

Туған телде ихлас өйрәнәләр

Уҡыусылар һәр дәресте көтөп ала

Тел — ул ата-бабаларыбыҙҙың иң ҡиммәтле һәм ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Телдә халыҡ яҙмышы сағыла, ул — халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр.
Билдәле булыуынса, быйылғы йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Һәр айҙа, башҡорт теленең үҙенсәлеген асыу маҡсатынан, айырым исем аҫтында саралар ойоштороу ҡаралды: ғинуар – башҡорт теле – дәүләт теле, февраль – башҡорт теле – заманса тел, март – башҡорт теле – ғаилә теле, апрель – башҡорт теле – әсә теле, май – башҡорт теле – еңеүселәр теле, июнь – башҡорт теле – халыҡ теле, июль – башҡорт теле – дуҫлыҡ теле, август – башҡорт теле – юлдаш теле, сентябрь – башҡорт теле – ижад теле, октябрь – башҡорт теле – тарих теле, ноябрь – башҡорт теле – моңло тел, декабрь – башҡорт теле – рух теле. Әлбиттә, саралар тик бер ай менән генә сикләнмәгән, пландар алдан төҙөлөп, йыл дауамында башҡорт теле буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылды.
Башҡорт теле йылы уңайынан Бөрө ҡалаһының 8-се дөйөм белем биреү мәктәбендә лә уҡытыусылар уҡыусылар менән бергә ҙур бурыстар ҡуйып, маҡсатлы эш алып бара. Мәктәптә ике башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — Айгөл Фәрдәт ҡыҙы Саҙрыева һәм Дилә Фәнзәл ҡыҙы Нәбиуллина эшләй. Улар балалар туған телен белһен, ҡыҙыҡһынып өйрәнһен өсөн бар тырышлығын һәм күңел йылыһын һалып, төплө белем бирә. Бөрө районы уҡыусылары республика кимәлендә уҙған конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша.
8-се мәктәп уҡыусылары ғинуар айында “Башҡортостан ынйылары” фольклор коллективтары конкурсында "Салауат вариҫтары" тамашаһы менән сығыш яһап, призлы урын алды. Мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата әсәйҙәр менән берлектә байрам концерты уҙҙы. Ата-әсәләр ҡатнашлығында ойошторолған саралар балалар күңелендә оҙаҡ һаҡлана, уларҙа туған телгә, милли йолаларға, мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта. Апрелдә 8-cе класс уҡыусылары онлайн диктант яҙып, белемдәрен баһаланы.
Уҡыусылар йыл да Бөрө ҡалаһында үткән “Совенок”, “Эҙләнеү “ ғилми-тикшеренеү эштәре конференцияларында ла әүҙем сығыш яһай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығында мәктәптә уҙған сараларҙа ла улар ҙур теләк менән ҡатнашты.
Айгөл Фәрдәт ҡыҙы Саҙрыева “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, Бөрө районы буйынса еңеүсе булды, төбәк бәйгеһендә лә сығыш яһаны. Тәжрибәле уҡытыусының шәхси сайты бар. Заманса технологиялар ҡулланып үткәрелгән дәресе уңышлы булһын өсөн уҡыусыларына өйгә эште шунда ҡуя. Балалар биремдәрҙе башҡорт телен, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, ижадын үҙ аллы өйрәнеп әҙерләй, һорауҙары булһа, ватсаптағы төркөмдә аралашалар, белмәгәндәрен асыҡлайҙар.
Әлеге ваҡытта ата-әсәләр менән берлектә "Өләсәйем һандығы" тип исемләнгән музыкаль фольклор байрамына әҙерлек алып баралар. Күренекле шәхестәребеҙ: Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Сергей Аксаковҡа бағышланған Хәтер аллеяһын асыу эше лә планлаштырылған.
Мәктәп директоры Альбина Нәбихан ҡыҙы Әхмәҙиева белем усағында туған телдәрҙе һаҡлауға, яҡлауға, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға ҙур ярҙам күрһәтә.
Ольга Платонова.
Читайте нас: