Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
14 Декабрь 2020, 12:45

Телебеҙҙе, милләтебеҙҙе ҡурсалаусы

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2007” бәйгеһе еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһы Президенты премияһы лауреаты, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2011” төбәк-ара конкурсы лауреаты Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова Башҡорт теле көнө уңайынан үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты:


— 30 йылдан артыҡ ғүмеремде мәғариф өлкәһенә бағышлап, балаларҙа башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләнем, уларҙы республика бәйгеләренә әҙерләнем. Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә “Тамсылар” балалар фольклор коллективы ойоштороп, төрлө театраль тамашалар әҙерләп, ете тапҡыр “Башҡортостан ынйылары” республика бәйгеһендә лауреат исемдәре яуланыҡ. Беҙ, райондың башҡорт теле уҡытыусылары, ағымдағы йылдың Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүен шатланып ҡабул иттек. Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә бик күп эштәр башҡарылды. Иң ҙур ҡаҙаныштарыбыҙ тураһында беҙ яратып уҡыған “Йәнтөйәк” гәзите биттәрендә лә һөйләгем килә. Бик талантлы ҡыҙыбыҙ бар: Камилә Усманова (һүрәттә). Район данын яҡлап, “Йәшлек-шоу”, “Һылыуҡай” бәйгеләрендә лә лайыҡлы сығыш яһаны. Уҡыуҙа ла тырыш, алдынғы. Бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Беҙ уның менән Ишембайҙа “Вәлиди уҡыуҙары”нда ҡатнаштыҡ. Был республика бәйгеһендә ул 2-се урын яуланы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Кейекбай уҡыуҙары”нда уҡыусым Тимур Әхмәҙуллин “Әсәм теле — сәсән теле” номинацияһында еңеү яуланы, хеҙмәттәшем, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы әҙерләгән Неля Мәхмүтова 2-се урынға лайыҡ булды.
“Республикамды данлайым” республика иншалар конкурсында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Фәтхиеваның уҡыусыһы Лилиә Шәйехова 2-се урын яуланы.
Бүздәк районында “Халиҡов уҡыуҙары” онлайн форматта үтте. Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары Илдар Тәҡиуллин һәм Розалина Сафина — 1-се, Лилиә Шәйехова һәм 6-сы класс уҡыусыһы Илмир Вәлиәхмәтов 2-се урындарҙы яуланы. Был сараға хеҙмәттәштәрем Фәридә Шәртдинова, Миләүшә Тәҡиуллина, Роза Тимерғәлиева менән бергәләп әҙерләндек.
Бынан тыш уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа онлайн шиғыр уҡыу бәйгеләрендә теләп ҡатнашты. Башҡорт теле йылы тамамланһа ла, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү эшен юғары дәрәжәлә дауам итербеҙ, сөнки туған телен белеп үҫкән бала милләтенә, тыуған еренә лә тоғро була.
Читайте нас: