Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
14 Декабрь 2020, 13:14

Телһөйәр, илһөйәр ҡыҙ

Диана Саҙрыева Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбендә 8-се класта белем ала. Тырыш ҡыҙ үҙенең туған теле — башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнә. Ул төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Айырыуса башҡорт теле, математика, биология фәндәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡый.

Диана Башҡорт теле йылына бағышлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған фәнни-ғәмәли конференцияла “Тыуған төйәгемдең топонимдары” номинацияһында призлы урын алды. Һәләтле уҡыусынан тикшеренеү эшен нисек яҙыуы тураһында һораштым.
— Беҙ география уҡытыусыһы Наталья Владимировна Саломасова менән Бөрө ҡалаһының топонимдарын өйрәндек. Ҡыҙыҡһынып китеп, әсәйемдең тыуған ауылы — Балтас районындағы Һәйтәктең ер-һыу атамаларын яҙыу теләге лә уянды. Йәйге каникулда беҙ Һәйтәк ауылындағы тәмле һыулы шишмәгә һыуға йөрөйбөҙ. Мин шул шишмәнең тарихын яҙҙым. Ҡарт өләсәйемә 99 йәш. Ул ауылда бик ихтирамлы кеше. Ауыл тарихын яҡшы белә. Ҡарт өләсәйем ярҙамында ер-һыу атамаларын өйрәнә башлағас, үҙем өсөн әллә күпме ҡыҙыҡлы яңылыҡ астым. Һәр бер таш, түбә, ағастың ниндәйҙер исем йөрөтөүе, һине ылыҡтырып, тарих төпкөлөнә алып инеүе үҙе үк ғәжәпләнерлек күренеш бит! Был эҙләнеү эше миңә бик оҡшаны, — тип һөйләне Диана.
Диана Саҙрыева башҡорт теле буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. “Сулпылар” фольклор төркөмө ағзаһы булараҡ, төрлө сараларҙа сығыш яһай. Һәләтле ҡыҙ “Импульс” бейеү студияһында шөғөлләнә, баскетбол уйнарға ла ярата.
Телһөйәр ҡыҙ әҙәбиәт менән дә ҡыҙыҡһына. Башҡорт телендәге гәзит-журналдарҙы уҡып бара. Диана телевизион тапшырыуҙар ҡарарға ла ярата. Уға туған телдә яңғыраған йырҙар, артистар ижадына арналған рухлы тапшырыуҙар бик оҡшай. Бигерәк тә виртуоз ҡубыҙсы һәм ҡурайсы ZAINETDIN-дең (Заһир Зәйнетдинов) дәртле йырҙарын яратып тыңлай.
Телһөйәр, тырыш, һәләтле Диана киләсәктә табип булырға уйлай.
Ольга Платонова.

Степан Чиглинцев фотосы.
Читайте нас: