Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
14 Декабрь 2020, 12:43

Кескәйҙәрҙең "Йондоҙло һуҡмағы"

барыһын да һоҡландырҙы, рухландырҙы, сәмләндерҙе

Күптән түгел райондың балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр араһында Башҡорт теле йылына арнап “Йондоҙло һуҡмаҡ” тип аталған ижади бәйге үтте. Сараны онлайн форматта район башҡорттары ҡоролтайы һәм район мәҙәниәт бүлеге ойошторҙо.
Район Мәҙәниәт йортоноң “Гөрләүектәр” өлгөлө балалар бейеү ансамбле етәксеһе, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлназ Ғәлләмова балалар баҡсалары менән даими бәйләнештә торҙо. Баҡсаларҙа тәрбиәселәр һәләтле балаларҙы асыҡлап, уларҙың сығыштарын әҙерләүгә, ата-әсәләр менән эш ойоштороуға ҙур көс һалды. Ҡатнашыусылар башҡорт телендә нәфис һүҙ, йырҙар, башҡорт бейеүҙәре өйрәнде. Тәрбиәселәр уларҙың сығыштарын видеоға төшөрөп, интернет селтәренә урынлаштырҙы. Ун көн дауамында тауыш биреү барҙы. Барлығы 10 балалар баҡсаһынан 20 сығышҡа төрлө дәрәжәлә тауыштар йыйылды. Нәҡ шул критерийға ҡарап еңеүселәр билдәләнде.
Һөҙөмтәлә, "Нәфис һүҙ" номинацияһында Иҫке Балтас ауылының “Белоснежка” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Камил Сәләхов (етәксеһе Светлана Ғәлиева) иң күп тауыш йыйып беренсе урынға сыҡты. Камил Дилә Булгакованың “Илһам донъяһы” тигән шиғырын сәнғәтле уҡыны. Көндәшле ауылының “Айгөл” балалар баҡсаһынан Илвир Баршуатов М. Кәримдең “Ҡайын япрағы” тигән шиғырын уҡып — икенсе (етәксеһе Рита Фәтхинурова), Иҫке Балтас ауылының “Миләшкәй” балалар баҡсаһынан Айгүзәл Хәйҙәршина Ф. Ғөбәйҙуллинаның “Именлек булһын!” шиғыры менән (етәксеһе Гөлназ Шәйнурова) өсөнсө урын яуланы. Бәйгелә ҡатнашыусы һәләтле балалар шулай уҡ С. Юлаев, Р. Ғарипов, Р. Ниғмәти, М. Ғәли, Р. Йәнбулатова, Г. Юнысова, С. Әлибаев кеүек шағирҙарҙың ижадын һайлаған.
Кескәй йырсылар араһында беренсе урынды Иҫке Балтас ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Ильяр Рәхмәтуллин (етәксеһе Рима Шакирова) алды. Ул “Салауат Юлаев” тигән йырҙы башҡарҙы. Шул уҡ баҡсанан Эвелина Исламетдинова һәм Иҫке Тимкә ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан Наҙғөл Саяпова (етәксеһе Гөлназ Сәфәрова) матур йырҙары менән икенсе, өсөнсө урындарҙы бүлеште.
"Бейеү" номинацияһында “Бишбармаҡ” башҡорт бейеүен үҙенсәлекле башҡарып, бихисап тауыштар йыйып, Тусыбай ауылының “Аленушка” балалар баҡсаһынан Наҙгөл Ниғәмәева (етәксеһе Алһыу Солтанова) еңде. “Белоснежка” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Элина Суфиярова һәм Даниил Шакиров “Дуҫлыҡ” башҡорт бейеүе менән (етәксеһе С. Ғәлиева) икенсе урынға сыҡты. Түбән Һикеяҙ ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе балалар Леонида Гәрәйшина етәкселегендә башҡорт бейеүе өйрәнеп, коллектив менән өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Башҡорт теле йылы тамамланыуға бағышланған “Туған телем — тере шишмә, халҡымдың хазинаһы” тип аталған кисәлә барлыҡ сараларға йомғаҡ яһала. “Йондоҙло һуҡмаҡ” онлайн-бәйгеһендә еңеүселәр ҙә ошо кисәлә бүләкләнәсәк.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: