Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
14 Декабрь 2020, 13:25

Ижади уҡытыусы, талапсан етәксе

Лиана Кәримова үҙе лә, уҡыусылары ла төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша

Камай ауылында тыуып үҫкән Лиана Кәримова бала саҡтан уҡытыусы булырға теләй. Маҡсатсан ҡыҙ хыялына ҡыйыу бара. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, Бөрө дәүләт педагогия институтында белем ала. Лиана Фәнәүи ҡыҙы бөгөн юғары мәҙәниәтле, ижади эшләүсе башҡорт теле уҡытыусыһы һәм компетентлы, талапсан мәктәп директоры.
— 5-се класта уҡығанда йәш кенә уҡытыусы Ирина Александровна Яшмурзина эшләй башланы. Уның дәрестәрен көтөп ала, иҫем китеп тыңлай, һәр һүҙен, һәр хәрәкәтен отоп алырға тырыша инем. Бына шулай уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүем, ҡыҙыҡһыныуым артҡандан-арта барҙы һәм мин киләсәктә уҡытыусы булырға хәл иттем, — ти Лиана Фәнәүи ҡыҙы.
Лиана Кәримова хеҙмәт юлын 1997 йылда Камай ауылы балалар баҡсаһында башлай. 2001 йылдан бөгөнгәсә мәктәптә эшләй. Тәүҙә пионервожатый була, ә 2006 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Баш ҡалала башҡорт теле буйынса ҡайтанан әҙерләү курстары үтә, хеҙмәттәштәренең дәрестәренә йөрөй, методик кәңәшмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, һәр ваҡыт эҙләнә, өйрәнә, белемен камиллаштыра. Уҡыусылар ижади эшләүсе уҡытыусыны шунда уҡ үҙ итә. Дәрестәрҙә проект эштәре, уйын элементтарын, яңы алымдар ҡуллана. Тырыш уҡытыусыны 2008 йылда директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Мәктәп тормошона башкөллө сума ул. Эшенең яуаплылығын яҡшы аңлаған Лиана Фәнәүи ҡыҙы ең һыҙғанып эшкә тотона. Яуаплы, уңған, тырыш белгесте уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй. Уҡыусылары район этабында ғына түгел, республика олимпиадаларында, конкурстарында призлы урындар яулай. 2015 йылда уны мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Туған тел һағында тороусы уҡытыусы башҡорт теле дәресен ташламай. Үҙ һөнәрен яратып башҡара, балаларҙа башҡорт теленә һөйөү, илһөйәрлек хистәре уятырға тырыша. Лиана Фәнәүи ҡыҙының тормош девизы — һәр эште сифатлы итеп башҡарыу.
Лиана Кәримова үҙе лә төрлө семинар, конференциялар, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. «Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында лайыҡлы сығыш яһай. “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” республика конкурсында еңеп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 50-шәр мең һум күләмендәге аҡсалата премияһына лайыҡ була. Фиҙаҡәр уҡытыусының хеҙмәте лайыҡлы баһаланып, Рәсәй Федерацияһы Фән һәм мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә бәхетле ул. Тормош иптәше Илфат Нурлығаян улы менән бер ауылдандар. Оҙаҡ ваҡыт дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡорорға хәл итәләр. Үҙ көстәре менән донъя ҡоралар, ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарайҙар. Ғаилә башлығы шофер, мәктәп автобусын йөрөтә. Йәш ғаиләгә йәм, ҡот өҫтәп Илфир һәм Илвина исемле ул-ҡыҙҙары донъяға килә. Балалар ҙа ата-әсәләренә оҡшап, тырыш, аҡыллы булып үҫә. Илфир хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Бөгөн Өфө ҡалаһында һуғыш ветерандары госпиталендә медбрат булып эшләй. Әлеге ваҡытта был медицина учреждениеһы ковид госпитале итеп үҙгәртелеп йыһазландырылған, Илфир "ҡыҙыл зона"ла реанимацияла эшләй. Ҡыҙҙары Илвина Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты. Тырыш ҡыҙ алдынғылар рәтендә.
Лиана Фәнәүи ҡыҙы рус мәктәбендә башҡорт телен уҡыта. Сит мөхиттә башҡорт халҡының, милләтенең вәкиле булып тора. Тәрбиә ҡанундарын һәм балалар, үҫмерҙәр психологияһын яҡшы белеүсе, ә иң мөһиме, балаларҙы һәм һөнәрен яратыусы белгес ул. Шундай уҡытыусылар булғанда, киләсәк быуын ышаныслы ҡулдарҙа, тип әйтергә мөмкин.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: