Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
14 Декабрь 2020, 13:18

Үҙ эшенә ғашиҡ

Юлиә Раушан ҡыҙы туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй

Республикабыҙҙа иғлан ителгән Башҡорт теле йылы аҙағына яҡынлаша. Йылды оҙатҡанда, ғәҙәттә, беҙ уға йомғаҡ яһайбыҙ. Мәҙәниәт өлкәһендә башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау, популярлаштырыу буйынса башҡарылған эштәр менән район Мәҙәниәт бүлегенең милли мәсьәләләр буйынса белгесе Юлиә Раушан ҡыҙы Вәлиева таныштырҙы.
— Районыбыҙҙа мәҙәниәт өлкәһендә башҡорт телен үҫтереү буйынса бихисап саралар үткәрелде. Пандемия ваҡытында ауыл клубтарында төрлө оҫталыҡ дәрестәре, фольклор байрамдары, әҙәби сәйәхәттәр, “түңәрәк өҫтәл”дәр, викториналар, башҡорт шиғриәте кисәләре, һүрәттәр конкурсы, әҙәби-музыкаль сәғәттәр, фильмдар ҡарау, башҡорт яҙыусыларының шиғырҙарын уҡыу, башҡорт теле кисәләре, китаптар күргәҙмәһе, төрлө флешмобтар, акциялар ойошторолдо. Шуларҙың иң ҙурҙары: «Ҡариҙел һылыуы» этник матурлыҡ һәм таланттар конкурсы, «Костюмда — халыҡтар мәҙәниәте» күргәҙмә- йәрминкәһе, «Кис ултырыу», «Ҡаҙ өмәһе», «Ҡарға бутҡаһы» кеүек фольклор байрамдары.
Мәҙәниәт, клуб учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре республика, район кимәлендә үткәрелгән «Айыҡ ауыл», «Ирәндек моңдары», «Бишек йыры», «Байыҡ», «Йәшлек шоу - 2020», «Башҡортостандың һәләтле ғаиләләре», «Һылыуҡай-2020» һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнашты.
Мин дә үҙемде төрлө бәйгеләрҙә һынап ҡараным: «Бишек йыры», «Ғаиләм — минең ҡәлғәм», «Башҡортостандың һәләтле ғаиләләре», «Шәжәрә байрамы», төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙем, «Милли башҡорт ашы — ҡыҫтыбый», «Башҡорттарҙың ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр милли кейеме», әҙәби-музыкаль кисәләрҙә сығыш яһаным.
Апрель айынан «Башҡорт телен өйрәнәбеҙ» рубрикаһын башлап ебәрҙем. Ул онлайн форматта район Мәҙәниәт һарайының ”Бәйләнештә” социаль селтәрендә сығарыла. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәргә телде үҫтереү, таратыу һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән сара ул, — тип һөйләне Юлиә Вәлиева.
Юлиә Раушан ҡыҙы Свердловск өлкәһендә тыуған. Биш йәшендә ата-әсәһе менән Ҡариҙел районы Яңы Аҡбүләк ауылына ҡайта. Хәлил урта мәктәбендә белем алғанда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа йыл да ҡатнашып, призлы урындар яулай. «Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән Хәлил урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәфинә Нәҡип ҡыҙы Шәйеховаға ҙур рәхмәтемде белдерәм», — ти ул. Мәктәпте тамамлағас, Юлиә Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, рус һәм башҡорт телдәр уҡытыусыһы белгеслеген ала. Хеҙмәт юлын Ҡариҙел 4-се балалар баҡсаһында өҫтәмә белем биреү педагогы булып башлай. 2010 йылдан Ҡариҙел 2-се балалар баҡсаһында ваҡытлыса мөдир, һуңынан даими рәүештә тәрбиәсе булып эшләгән. Декрет ялынан һуң мәҙәниәт бүлегенә эшкә күсә. Үҙенә йөкмәтелгәнде еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. «Бәллүр» ансамблендә йырлай, бейергә лә ярата.
Юлиә Раушан ҡыҙы тормош иптәше Данир Хәнифйән улы менән өс ул үҫтерә. Ул бар эшкә оҫта хужабикә лә. Үҙ тырышлыктары менән улар Ҡариҙел ауылында, йәмле урман янында, ҙур, яҡты өй һалып сыҡҡан. Матур, төҙөк донъя, йәшелсә-сәскәле ҙур баҡса — былар барыһы ла Вәлиевтарҙың ғаилә бәхете нигеҙе. Буш ваҡытында Юлиә Раушан ҡыҙы төрлө аш-һыу әҙерләргә, бәйләргә, гөлдәр үҫтерергә, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар, байрамдарға торттар бешерергә ярата. «Киләсәккә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулау, яңы проекттар өҫтөндә эшләү, ғаиләм менән бәхеттә, етеш тормошта йәшәү, балаларҙы уҡытып кеше итеү, уларҙың шатлығына төрөнөп йәшәү насип булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ», — ти бәхетлә әсә.
Наилә Имаева.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: