Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
10 Декабрь 2020, 01:20

Берҙәм тырышлыҡ менән

Шишмә-Үрәкәй ауылынан Әлфинә апай Зарипова “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең Башҡорт теле көнөнә һәм Асҡын районының 90 йыллығына арнап иғлан иткән “Тыуған ерем – Асҡыным” шиғыр яҙыусылар конкурсында ҡатнашып, сайттағы просмотрҙар буйынса иң күп тауыш йыйҙы (1155) һәм тамашасы һөйөүе призына лайыҡ булды.

Әлфинә һәм Рәфис Зариповтар — Шишмә-Үрәкәй ауылының хөрмәтле ғаиләләренең береһе, икеһе лә мәғариф ветераны. Әлфинә Мәснәүи ҡыҙы 35 йыл башланғыс класс уҡыусыларына белем һәм тәрбиә бирһә, Рәфис Хәжми улы хеҙмәт юлының 35 йылында оло яуаплылыҡ менән директор вазифаһын башҡарҙы.
Тынғыһыҙ кешеләр булараҡ, улар хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Рәфис Хәжми улы байтаҡ йылдар инде ауыл тарихын өйрәнә, үҙ нәҫеленең шәжәрәһен төҙөү менән шөғөлләнә, уны йылдан-йыл тулыландыра, байыта. Ауылдаштарына ла был изге эштә ярҙам итә. Көҙөн районыбыҙҙа үткән республика Шәжәрә байрамында ла ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булды ул.
Әлфинә Мәснәүи ҡыҙы ауыл ағинәйҙәрен етәкләй. Ҡул эшенә бик оҫта ул: бәйләй, сигә. Матурлыҡҡа ғашиҡ хужабикә береһенән-береһе матур гөлдәр үҫтерә. Шиғри күңелле кеше булараҡ, шиғырҙар яҙа. “Йәнтөйәк” гәзите иғлан иткән бәйгегә лә ихлас ҡушылды ул.
  • Бәйге шарттары буйынса сайтта просмотрҙар йыйырға булғас, аптырап ҡалғайныҡ. Ни тиһәң дә, оло кешебеҙ, бындай конкурста беренсе ҡатнашыуым. Ләкин туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, хеҙмәттәштәребеҙ ярҙамы менән иң күп тауыш йыйыуға өлгәштек. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, — ти Зариповтар.
  • Читайте нас: