Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
13 Октябрь 2020, 16:32

Илһамланып, рухланып ҡайттыҡ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы гөрләп үтте

"Красноусол" шифаханаһында Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткән форум Башҡортостан Хөкүмәте, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолдо.
Мәртәбәле сарала районыбыҙҙан ике уҡытыусы ҡатнаштыҡ: Борай 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы, район методик берекмә етәксеһе Зимфира Әлфит ҡыҙы Йәғәфәрова һәм мин. Форум — беҙҙең өсөн күңел байрамы. Туған тел илселәрен бер урынға йыйыу, йәнле итеп аралашыу — беҙҙең өсөн оло шатлыҡ, ҡыуаныс, һәр беребеҙҙә тыуған мәсьәлә-проблемаларҙы уртаға һалып һөйләү мөмкинлеге булды. Шул уҡ ваҡытта ул тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына ла әйләнде.
Ике көн дауамында барған форум, минеңсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезының дауамы булып тора. Уның төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, уны Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү. Унда республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәренән һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Ырымбур, Силәбе, Ҡурған һәм башҡа өлкәләрҙән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтарының туған телдәр өсөн яуаплы белгестәре һәм методистары, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы еңеүселәре (һуңғы ун йылдағы), мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре – барлығы 250-ләп кеше ҡатнашты.
Форумды асыу тантанаһы гөрләп үтте. Унда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров республика Хөкүмәте исеменән сәләмләне, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Мәғариф сә­ғәте”ндә мөһим мәсьәләләр күтәрелеүен, киләсәккә аныҡ пландар билдәләнеүен, иң мөһиме, унда күтәрелгән ҡарарҙар һәр ваҡыт контролдә тотолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Премьер-министр урынбаҫары форумдың программаһының бай һәм йөкмәткеле булыуына баҫым яһаны, һәр кемде төрлө тренингтарҙа эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, осрашыуҙарҙа, фекер алышыуҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнашырға, милли мәғарифты үҫтереүҙең яңы ысулдарын, туған телде һаҡлап ҡалыу, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү юлдарын бергәләп эҙләргә саҡырҙы.
Ғафури районы хакимиәте баш­лығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡунаҡтарҙы төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, мәғариф тармағында яуланған ҡаҙаныштарҙы барланы, уҡытыусыларҙың уңыш­тары, уҡыусы балаларҙың еңеүҙәре тураһында бәйән итте.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин тәбрикләү сығышында республика етәкселеге тарафынан туған тел уҡытыусыларына һәр йәһәттән дә ярҙам күрһәтелеүен билдәләне, туған телгә ҡарата һөйөү ғаиләнән һәм балалар баҡсаһынан башлана, тине һәм барыһына ла һөҙөмтәле эш теләне.
Форумдың Башҡортостан Республикаһы һәм Уҡытыусылар көнө алдынан уҙыуы ла оло мәғәнәгә эйә. Алдынғы уҡытыусыларҙы тәбрикләү өлөшө күңелдәребеҙгә хуш килде, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы бүләктәре лә үҙ хужаларын тапты. Милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәтебеҙ өсөн беҙгә — “Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы - 2019” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Гөлшат Заһир ҡыҙы Ғәбитоваға һәм миңә, “Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы - 2017” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Ләйсән Ришат ҡыҙы Муллағәлиеваға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы — “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды. Был ҙур бүләк беҙҙе тағы ла рухландырып, ҡанатландырып ебәрҙе.
Артабан форум үҙенең эшен майҙансыҡтарҙа дауам итте. “Башҡорт телен өйрәнеүҙә интерактив һәм мультимедиа ресурстары”, “Башҡорт теленән дистанцион уҡытыуҙы нисек ойошторорға?”, “Тыуған яҡты өйрәнеү һәм этномәҙәниәт йүнәлешендәге дәрестәр: нимә ҡулланырға һәм нисек уҡытырға?”, “Федераль конкурстарҙа ҡатнашыу”, «Башҡорт телен уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән эште нисек дөрөҫ ойошторорға?”, “Төбәк мәғариф системаһында классик университет һәм белем биреү учреждениелары: хеҙмәттәшлек формалары” һәм башҡа майҙансыҡтарҙа эшлекле, йәнле һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар ойошторолдо.
Мин үҙем “Федераль конкурстарҙа ҡатнашыу. Нимә һәм нисек эшләргә?” майҙансығында Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа телдәр кафедраһы мөдире Эльвира Фидаил ҡыҙы Рәхимова, уҡытыусылар Альбина Ринат ҡыҙы Мулләхмәтова һәм Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов менән берлектә спикер булараҡ эшләнем. Бында үҙебеҙ һәм уҡыусылар менән төрлө һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу буйынса ыңғай, һөҙөмтәле тәжрибәбеҙ менән уртаҡлаштыҡ, ниндәй хаталарҙан һаҡланырға кәрәклеге тураһында ла һүҙ алып барҙыҡ. Иң мөһиме, һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу йомғаҡтары — йылдар буйына маҡсатлы эшләү һөҙөмтәһе икәненә төшөнөү.
Эш көнө йәмле итеп үткәрелгән, йырға-моңға бай “Самауырлы ритайым” сараһы менән тамамланды.
Икенсе көндө лә «Башҡорт теле – балаларға», “Мәғариф системаһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен үҫтереү перспективалары” кеүек панель дискуссияларҙа йәнле эш алып барылды. Мин үҙем шул уҡ составта булған төркөм менән “Туған телде өйрәнеүҙә яңы талаптар һәм уны уҡытыу методикаһын камиллаштырыу” майҙансығында эшләнем. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Мөхәрәм улы Йәғәфәров һәм башҡорт теле белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Вәкил Исмәғил улы Хажиндың ҡатнашыуы майҙансыҡ эшенең әһәмиәтен, бәҫен тағы ла күтәрҙе.
Форумдың йомғаҡлау өлөшөндә спикер булараҡ, үҙебеҙҙең майҙансыҡта ҡатнашыусы уҡытыусыларҙа тыуған һорауҙар, тәҡдимдәр, мөрәжәғәттәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хабировҡа еткерҙем. Шуныһы ҡыуаныслы: республикабыҙ Башлығы бөтә һорауҙарға, тәҡдимдәргә ныҡлы иғтибар итә, мөмкин булған осраҡтарҙа шунда уҡ яуап та бирә, артабан сиселеш юлдарын күҙаллай бара.
Ә беҙ инде төрлө майҙансыҡтарҙа тыуған һорауҙар, тәҡдимдәрҙең сиселеш юлдарын өмөтләнеп көтөп ҡалабыҙ. Киләсәктә лә бындай форумдар уҙғарылып торһон ине. Шундай юғары кимәлдә үткәрелгән, йөкмәткеһе яғынан тәрән уйлап планлаштырылған сараны ойоштороусыларға, уны үткәреүселәренә ҙур рәхмәт!

Ләйсән Муллағәлиева, Борай 2-се гимназияһы уҡытыусыһы.
Читайте нас: