Байрамда Өфөнән шәхси эшҡыуар Сергей Юрьевич Казаков үҙенең дуҫы Сергей Владимирович Халявин менән бай күргәҙмә-һатыу ойошторҙо. Улар алып килгән әйберҙәрен теҙә башлау менән халыҡ йыйыла башланы һәм байрам буйына эргәләренән кеше өҙөлмәне. Ысынлап та, ниндәй генә матур әйберҙәр юҡ ине улар күргәҙмәһендә! Ҡатын-ҡыҙҙарҙы башҡорт милли биҙәүестәре ҡыҙыҡһындырҙы һәм улар алҡа, балдаҡ, түшелдеректәрҙе теләп алды.
Рус һәм башҡорт халҡының милли биҙәнеү әйберҙәренән тыш бирелә ҡулдан эшләнгән сәғәттәр, тартмалар, асҡыс һауыттары, сыбыртҡы, башҡорт ир-егеттәре баш кейеме һәм башҡалар халыҡ иғтибарын йәлеп итте.
Күргәҙмә-һатыуға ҡуйылған әйберҙәрҙең барыһы ла ҡул эше. Үҙебеҙҙең рәссамдарыбыҙ, биҙәүестәрҙе эшләй торған кешеләребеҙ бар. Халыҡ ижады әйберҙәрен әҙерләү менән ете йыллап шөғөлләнәбеҙ, республика райондары буйлап күргәҙмә ойошторабыҙ, — тине Сергей Казаков.