Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
11 Октябрь 2020, 19:10

Оҫта ҡулдар — күргәҙмәлә

#Шәжәрәбайрамы2020 #РеспубликаШәжәрәБайрамы2020#Асҡынрайоны#Республикахалыҡижадыүҙәге #390йылАсҡынауылына #90йылрайонға #РеспубликакөнөКүргәҙмәгә уңған, оҫта ҡуллы райондаштарыбыҙ һоҡланғыс эштәрен алып килгәйне

Ҡыйғаҙы һәм Петропавловка ауыл мәҙәниәт йорттарының мәҙәни сараларҙы ойоштороусылары Минзилә апай Сафиуллина менән Вәсилә апай Рагозина бәйләнгән әйберҙәр менән таныштырҙы. Улар эргәһендә урын алыусы хаҡлы ялдағы мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡул эше оҫтаһы Рәғилә апай Әхмәҙуллина үҙенең сигелгән мендәрҙәрен, япмаларын, картиналарын, бәйләнгән шәлдәрен, кофталарын тәҡдим итте.
Яңы Ҡара ауылынан Гөлнара апай һәм Илфир ағай Шәйхинуровтар балта оҫтаһы, алтын ҡуллы ауылдаштары Илгиз Ғәлимйәновтың ағастан эшләнгән матур әйберҙәрен алып килгәйне.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: