Ошо көндәрҙә матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө барған осорҙа Лариса Фәрит ҡыҙы сираттағы тапҡыр “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен Төлгөҙбаш ауылында ғүмер итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәхтигәрәй бабай Ғиззәтуллинға бүләк итте. Бына бер нисә йыл инде Бәхтигәрәй Зиннәтулла улы менән Наилә Закирйән ҡыҙы әүҙем йәмәғәтсе, инициативалы етәксе, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Лариса Мөхәмәтшина яҙҙырған “Йәнтөйәк” гәзитен алдыра һәм рухи аҙыҡ биргән бүләк өсөн бик рәхмәтле.