2021 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу дауам итә. 1-енән 10 октябргә тиклем иғлан ителгән ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгөндә Асҡын 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре район гәзиттәренә йылдағыса дәррәү яҙылып ҡуйҙы. Инициативалы, әүҙем, тәжрибәле мөдир Лариса Фәрит ҡыҙы етәкселегендә тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары, ашнаҡсылар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр, барлығы 30 кеше, район гәзиттәренә яҙылды.
Әйткәндәй, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәр яҡлап әүҙем, тырыш, өлгөлө. Мәҙәни сарамы, спорт ярышымы, йәрминкәме — һәр ерҙә улар ҡатнаша һәм призлы урындар ала. Рухлы, әүҙем хеҙмәткәрҙәргә “афарин!”, тибеҙ!