Районыбыҙҙа милли кейем парады беренсе тапҡыр ғына үтеүенә ҡарамаҫтан, ҙур ойошҡанлыҡ һәм яҡшы әҙерлек менән үтте. Район хакимиәте залы бер нисә сәғәт буй ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтеп, гөж килеп торҙо: кемдер сәхнәлә сығыш яһаны, кемдер коридорҙа үҙ сиратын көтөп, әҙерләнде.
Ауыл биләмәләре, ойошма, учреждение вәкилдәре парадынан һуң сәхнәгә йырсылар, бейеүселәр күтәрелде. Район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, Балалар сәнғәт үҙәге, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, үҙешсән сәнғәт оҫталары сығышы байрамға йәм өҫтәне. Ә яҡташыбыҙ — Солтанбәк ауылы егете, билдәле йырсы Вилдан Абраровтың байрамға ҡайтыуы һәм йырлауы ысын мәғәнәһендә райондаштарына ҙур бүләк булды.