Районыбыҙҙа бөгөн Милли кейем көнөнә арнап беренсе тапҡыр үткәрелгән парад ҙур ойошҡанлыҡ һәм яҡшы әҙерлек менән үтте. Быны сара аҙағында район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин да билдәләне һәм ауыл биләмәләре, ойошма, учреждение вәкилдәренә, район ҡатын-ҡыҙҙар советы, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаларына ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Берҙәмлектә — көс. Бына шулай бөгөнгөсә һәр эште лә берҙәм, татыу булып башҡарһаҡ, һәр матур башланғысты күтәреп алһаҡ, эштәребеҙ һәр ваҡыт уң булыр, — тине Ришат Марат улы. Матур сара байрамға килгән райондың хөрмәтле хеҙмәт ветерандары, парадта ҡатнашыусылар менән бергәләп фотоға төшөү менән тамамланды.