Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
11 Сентябрь 2020, 21:15

Асҡында Милли кейем көнөнә арнап ҙур байрам үтте

Бөгөн, 11 сентябрҙә, Башҡортостанда икенсе тапҡыр Милли кейем көнө билдәләнде. Район үҙәге Асҡында ла был уңайҙан ҙур сара үтте.

Районыбыҙҙа Милли кейем көнөнә арнап беренсе тапҡыр парад ойошторолдо. Сара район хакимиәте залында үтте. Унда 15 ауыл биләмәһенән, район үҙәгенең байтаҡ ойошма, учреждениеларынан төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты һәм милли кейемен күрһәтте. Иң әүҙемдәр сәхнәлә үҙҙәренең һәләтен күрһәтеп, йырлап-бейеп тә алды.
Парадта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова тәбрикләне һәм ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған милли кейемдәребеҙҙе ныҡлап өйрәнеп, үҙ йөҙөбөҙҙө булдырыу мөһимлеген билдәләне.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас: