Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ижади эшләүсе уҡытыусы

Рәмзиә Усаева 20 йыл балаларға тел серҙәрен төшөндөрә

Республика етәкселеге туған телдәрҙе өйрәнеүгә айырым иғтибар бирә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны көсләп тағыу түгел, ә популярлаштырыу, өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлы һәм модалы итеү мөһим, тине. Был бурыс, тәү сиратта, ата-әсәләр һәм туған тел уҡытыусылары иңенә төшә. Борай 1-се урта мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Усаева был теләкте үҙенә һөнәр һайлағанда уҡ маҡсат итеп ҡуйған.
Рәмзиә Усаева — Силәбе өлкәһендә тыуып, буй еткергән башҡорт ҡыҙы. Ата-әсәһенең ҡәҙерләп үҫтергән өс баланың береһе. Урта мәктәпте тамамлағанда уҡ үҙенең уҡытыусы буласағын аңлаған, алдына маҡсат ҡуйған һәм шул маҡсатҡа туп-тура юл һайлаған Рәмзиә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына юл тота. Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған белгес 2000 йылда Борай 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Һәм бына инде 20 йыл буйына ул балаларға тел серҙәрен төшөндөрә, матур әҙәбиәт аша тәрбиә бирә.Шул уҡ ваҡытта класс етәксеһе булып та эшләй. Быйылғы уҡыу йылында уның өсөнсө сығарылышы 6-сы класты тамамланы.
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, Рәмзиә Әбделғәни ҡыҙы балаларҙы нәҫел тамырҙарын барларға, шулай итеп үҙ нәҫел-нәсәбенә тап төшөрмәҫкә, нәҡ шул ҙур ғаиләнең бер аҫыл заты, аҫыл һөйәге булырға өйрәтеп үҫтерә. Шәжәрә төҙөү асылына төшөндөрөп (ә был эш бик ҡатлаулы: ғаилә архивтарын барлау, ЗАГС, архивтар менән бәйләнешкә инеү, интернет селтәрендә эҙләнеүҙәр һәм башҡалар), әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыласаҡ әҫәрҙәр геройҙарын ана шул нәҫел ағастарындағы кешеләр яҙмыштары менән сағыштырып, әҫәрҙең темаһын, яҙылыу осорон баланың үҙ тормошона, ғаиләһенең үткәненә бәйләп аңлата. Был алым, һис шикһеҙ, отошло. Һәр кем үҙе һәм ғаиләһе менән, әйләнә-тирәһе менән бәйле ваҡиғаларҙы нығыраҡ иҫтә ҡалдыра. Уҡыусыға инша яҙһа ла, фәнни-ғәмәли эш башҡарһа ла, үҙ фекерен раҫларға, үҙ һүҙен әйтергә күпкә уңайлыраҡ, еңелерәк була. Уҡытыусының балаларҙы шулай итеп әҙәби эшкә йәлеп итә алыуы бары тик маҡтауға лайыҡ.
Рәмзиә Әбделғәни ҡыҙының уҡыусылары район, төбәк, республика бәйгеләрендә үҙ шәжәрәләрен төҙөп, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһап, даими призлы урындарға ирешә. Һуңғы еңеүҙәре “Беҙ — Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары” 3-сө асыҡ республика фәнни-тикшеренеү эштәре бәйгеһендә 3-сө урын алыуҙары булды. Үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреүҙең асыҡ миҫалы был.
Үҙе лә ҡул ҡаушырып ултыра торған гүзәл заттарҙан түгел ул. Уҡыусылары менән төрлө эҙләнеүҙәрҙән тыш, үҙ өҫтөндә лә даими эшләй. Ике тапҡыр “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһенең республика этабында ҡатнаша, үҙе килен булып төшкән нәҫел ептәрен барлап, бай йөкмәткеле, тәрән тамырлы шәжәрә төҙөүгә ирешә. Әлеге ваҡытта үҙ нәҫеленең ағасын төҙөү өҫтөндә эшләй.
Тормош иптәше Алик Рәмил улы Борай 2-се гимназияһы директоры вазифаһын намыҫлы башҡара, ауыл Советы депутаты, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Уның уңыштарында ла, һис шикһеҙ, яҡшы дуҫ та, ышаныслы таяныс та булған Рәмзиә Әбделғәни ҡыҙының өлөшө ҙурҙыр.
Усаевтар ғаиләһендә өс бала — бер ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләнә. Балалары туған телдә матур итеп аралаша (был хәҙерге заманда һирәк күренеш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы), үҙ нәҫелдәренең яҡшы дауамсылары булып үҫә.
Ҡасандыр үҙенә тел, әҙәбиәт уҡытыусыһы йөгөнөң ни тиклем яуаплы һәм ауыр икәнен аңлап, ошо һөнәргә эйә булған Рәмзиә Усаева кеүектәр булғанда, милләтебеҙ, телебеҙ йәшәйәсәк, иншалла.
Фото ғаилә архивынан.
Автор: Венера Арысланова.
Читайте нас: