Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Балалар дәрестә милли кейемдә ултырҙы

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө уңайынан ойошторолған сараларҙа Асҡын 2-се урта мәктәбенең 1-се А класы уҡыусылары ла әүҙемлек күрһәтте #КурултайНациональныйКостюм #ҠоролтайМиллиКейем #ҡоролтай#Аскынрайоны #МойНациональныйКостюм #МиллиКостюм #НародыБашкирии #НацКостюмЭтоМодно #Асҡынрайоны

Лүбидә Рәит ҡыҙы Әхмәтдинова етәкләгән 1-се А класы малайҙарына һәм ҡыҙҙарына ла Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың Милли кейемдәр көнөнә арналған дәрес бик оҡшаны.Тәүҙә улар ҙа башҡа уҡыусылар кеүек үк республиканың төп телеканалындағы мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова үткәргән онлайн-дәресте ҡараны. Ҡайһы берәүҙәре дәрестә милли кейемдә ултырҙы.
  • Уҡыусыларыма был дәрес бик оҡшаны. Класс сәғәтендә уларҙы республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре менән таныштырҙым. Милли кейемдең быуаттар буйына һаҡланып килгән ҡомартҡы икәнлеген һәм үҙебеҙҙең башҡорт халҡының милли кейеме бик бай, күҙҙең яуын алып тороуы тураһында һөйләштек.Балалар ғына түгел ата-әсәләр ҙә дәрескә алдан әҙерләнде. Уҡыусым Ильястың әсәһе Лилиә Фаридонова махсус рәүештә жилет текте. Кемдең милли кейеме, түбәтәйҙәре бар, улар дәрестә кейеп ултырҙы. Уҡыусылар башҡорт милли кейеменең һүрәтен төшөрҙө. Әйткәндәй, класта 23 бала уҡый, бик тырыштар, һәләтлеләр. Атай-әсәйҙәр ҙә бик әүҙем, балалар тырышып уҡыһын өсөн бар тырышлығын һала. Ошо килеп тыуған хәлгә ҡағылышлы өйҙән уҡыуға ла аңлап ҡарайҙар, балалар ҙа юғалып ҡалманы, һәр дәресте көтөп ала, — тип һөйләне Лүбидә Рәит ҡыҙы.
  • Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: