Тәүҙә уҡыусылар БСТ каналынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың милли кейемдәр тураһындағы бай йөкмәткеле дәресен ҡараны. Артабан Ирина Әхнәф ҡыҙы 3-сөләр менән башҡорт милли кейемдәренә арналған онлайн-класс сәғәте үткәрҙе. Ошо темаға арналған презентация, уҡытыусының төплө һөйләүе уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, белгәндәрен нығытты, йомғаҡланы. Әйткәндәй, 3-сөләр йыр-бейеүгә бик оҫта,ошо йүнәлештәге төрлө түңәрәктәргә әүҙем йөрөй. Ҡайһы берәүҙәр Балалар ижады үҙәгендәге Гүзәл Ғәлләметдинова етәкләгән бейеү түңәрәгенә йөрөһә, күптәр Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә.