Бөтә яңылыҡтар

Онлайн дәрестәр ҡыҙыҡлы үтте

Бөгөн республикабыҙҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө үткәрелә. Ошо уңайҙан ойошторолған сараларға Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла ҡушылды.#КурултайНациональныйКостюм #ҠоролтайМиллиКейем #ҡоролтай#Аскынрайоны #МойНациональныйКостюм #МиллиКостюм #НародыБашкирии #НацКостюмЭтоМодно #Асҡынрайоны

Белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үткәргән онлайн дәрестәр уҡыусыларға бик оҡшай, улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли кейеме менән таныша, белгәндәрен нығыта, йомғаҡлай.
  • Тәүҙә 1-се класс уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Мөбәрәк ҡыҙы Ғәләүетдинова етәкселегендә БСТ каналында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үткәргән дәресте ҡараны. Беренселәр Әминә Ивней ҡыҙының башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында матур итеп, ентекле һөйләгәнен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Лилиә Сәлимйән ҡыҙы Ғәлиева үҙенең онлайн үткәргән дәресендә 2-се А,Б-ларҙы республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре менән таныштырҙы. Мин үҙем уҡытҡан 5-се, 8-се, 7-се А,Б класы уҡыусыларына башҡорт халҡының милли кейеме тураһында һөйләнем. Бай йөкмәткеле презентация балаларға бик оҡшаны, ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Шуныһын да әйтеп үтке килә, беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусыларҙы Милли кейем көнөндә генә түгел, йыл әйләнәһенә үткәрелгән сараларҙа уҡыусыларҙа башҡорт мәҙәниәтенә, теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Был йәһәттән концерттар, бәйгеләр, конференциялар ойошторабыҙ. Уҡыусылар бәләкәйҙән үҙҙәренең милли асылын - кейемдәрен, тарихын, туған телен, мәҙәниәтен белеп үҫһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Асҡын 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Ғәйнелйәнова.
  • Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: