Бөтә яңылыҡтар

Туған тел һағында тороусы

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2020» конкурсы быйыл республикабыҙҙа 25-се тапҡыр үткәрелде. Төбәк-ара сарала Бөрө ҡалаһы 8-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Саҙрыева ҡатнашты. 56 бәйгесе араһында Айгөл Фәрзәт ҡыҙы ла лайыҡлы сығыш яһаны.

Айгөл Фәрзәт ҡыҙы 1977 йылда Балтас районы Һәйтәк ауылында тыуа. Танып йылғаһында йөҙөп, урмандарҙа еләк-емеш йыйып, болонда төрлө сәскәләр гүзәллегенә, ҡоштарҙың моңло һайрауына һоҡланып, тәбиғәт гүзәллегенә ғашиҡ булып үҫә буласаҡ уҡытыусы. Бәхетле бала сағы тураһында Айгөл Фәрзәт ҡыҙы иҫ киткес матур хәтирәләр һаҡлай. Өләсәһенең “тылсымлы” хикәйәттәрен тыңлап үҫеүенә лә һөйөнә ул. Балалар баҡсаһында әсә телендә шиғырҙар ятлау, йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү туған теленә һәм халҡына ҡарата ихтирам уята. Йыр-моңдо үҙ иткән бәхетле ғаилә лә Айгөл Фәрзәт ҡыҙының киләсәген алдан хәстәрләй кеүек. Атаһы оҫта баянсы булһа, әсәһе моңло итеп халыҡ йырҙарын башҡара. Айгөл ҡыҙҙарын яратып «ҡыҙым, йондоҙом, алтыным» тип иркәләп үҫтерәләр. Мәҙәниәт йортонда үткән бәйгеләрҙә бергәләп әүҙем ҡатнашалар.
Мәктәп йылдарында уҡытыусыһы Рита Ҡасим ҡыҙы Ғәлиева башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй. Туған телгә, уҡытыусы һөнәренә булған ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-арта бара. Баш ҡалалағы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына уҡырға ингәс, шатлығының сиге булмай. Шау-шыулы студент йылдары мауыҡтырғыс осрашыуҙар, ҡабатланмаҫ миҙгелдәре менән үтеп китә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. 1997 йылда “Студент яҙы” фестивалендә I дәрәжәләге диплом менән бүләкләнә.
Айгөл Фәрзәт ҡыҙының бөгөн үҙ тәжрибәһе, уҡытыу алымдары бар. “Ниндәй генә осраҡта ла еңергә өйрән, көслө рухлылар ғына маҡсаттарына ирешә ала, түҙемлеләр генә бәхеткә лайыҡ” тигән педагогик кредоһы өҫтөндә эшләй. Заман менән атлаусы уҡытыусы үҙенең шәхси сайтын булдырған, БСТ телеканалында ла сығыш яһарға өлгөрә.
Айгөл Саҙрыева «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2020» конкурсының «Милли кейемде презентациялау” этабында сығышын йәй уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына бағышлай. Төньяҡ-көнбайыш ҡатын-ҡыҙҙарына хас милли биҙәүестәр тураһында мәғлүмәт йыя. Был этап тарихҡа яҡын килеү, ысын мәғәнәһендә башҡорт халҡының бай рухи ҡомартҡыларын күреп, ғорурланыу хисе ҡалдыра яҡташыбыҙҙа. “Конкурста шундай көслө, тәжрибәле, яңы идеялар менән янып торған уҡытыусылар менән танышыуыма шатмын. Улар менән аралашып, үҙемдең методик ҡумтама бай материал тупланым. Мостай Кәрим исемендәге гимназияла кластан тыш сара үткәрҙем. Ҡала балалары башҡорт телендә аралаша, милли музыка ҡоралдарында уйнай – былар барыһы ла һоҡланыу тыуҙыра. Хис-тойғоларымды аңлатып бөтә алмайым. Туған телем һағында рухлы уҡытыусылар тороуына шатланып, ғорурланып ҡайттым”, — тип конкурстан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты Айгөл Фәрзәт ҡыҙы.
Эйе, уҡыусыларыңдың район һәм республика олимпиадаларында һәм конкурстарында әүҙем ҡатнашыуы, уҡытыусының үҙенең уңыштары – ижади хеҙмәттең төп һөҙөмтәһе. Ошо һөҙөмтә бар икән, тимәк, уҡытыусы балалар йөрәгенә үтеп инә алған. Уҡыусыларыңдың һөйөүен тойоу ҙа уҡытыусыны ҡанатландыра. Айгөл Фәрзәт ҡыҙының уҡыусылары ла киләсәктә илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табыр, тип ышанам. Сөнки мәрхәмәтле уҡытыусы үҙе лә изге күңелле, ышаныслы шәхестәр тәрбиәләп, тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән атҡан таңдарға ҡыуанып, һәр үткән көнгә шөкөр итеп йәшәй һәм эшләй. “Бәхетлемен: яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем, ныҡлы терәгем һәм таянысым – тормош иптәшем, ҡыҙым, әсәйем, атайым, туғандарым, дуҫтарым бар”, – ти ул.

Илнара Закирова,
БДУ-ның Бөрө филиалы студенты.
Читайте нас: