Бөтә яңылыҡтар

Рухыбыҙҙы нығытҡан сара

Байҡыбаш урта мәктәбендә “Йыйын-2020” ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте

Байрамда район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Нәжметдинова, башҡорт яҙыусыһы, “Тормош һабаҡтары” китабы һәм “Йәйләү” программаһы авторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Бураҡаева, республиканың Балалар туризмы, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар бүлеге өлкән методисы Мәрүә Ғилметдинова, район хакимиәте, мәғариф бүлеге вәкилдәре, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Камил Солтанов, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр ҡатнашты.
Башҡорт рухы фойенан уҡ бөркөлдө. Бында картиналар, башҡорт әҙәбиәте, милли кейемдәр, көнкүреш әйберҙәре матур күргәҙмәләргә ҡуйылғайны, шулай уҡ милли аштарҙы тәмләп ҡарау мөмкинлеге лә булды.
Башҡорт теле йылына бағышланған сараны Байҡыбаш урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Әсбирә Кәбирова асты.
Артабан йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин сәләмләне. Илдар Вил улы милли байрамды ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
— Һәр милләттең ҡәҙерле байлығы — туған тел. Һәр бер кеше сабый сағынан уҡ үҙ телендә һөйләшергә, фекерләргә өйрәнә, — тине үҙенең сығышында Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева.
Оло йыйынға Унлар, Балыҡсы, Танып ырыуҙары вәкилдәре лә килгәйне. Ырыу башлыҡтары булып Илнара Закирова, Илвер Зәләев, Динар Фәтхиев сығыш яһаны. Үҙ ырыуы кейемендәге вәкилдәр тамғалары, орандары, ҡоштары, ағастары, нәҫел ептәре һәм тарихы, Башҡортостандың тәбиғәте һәм ете мөғжизәһе тураһында һөйләне. Девиз әйтелгәндән һуң Гимн бергәләп башҡарылды.
Әҙәби-музыкаль тамашала уҡыусылар Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Салауат Юлаев шиғырҙарын уҡыны, Мостай Кәримдең “Дан кәпәс түгел” повесынан өҙөк сәхнәләштерҙе. 9-сы класс уҡыусыһы Илнара Закирова “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләне. Башланғыс класс уҡыусылары, ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторолған “Ҡартаймаҫ йөрәктәр” ансамбле, 10-сы класс уҡыусыһы Карина Кәбирова башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Бәләкәстәр Тыуған илде, телде, атай-әсәйҙе яратыуҙарын “Мин әсәйҙе яратам” йыры аша еткерһә, Танып ырыуы егеттәре — “Ҡариҙелем”, ҡыҙҙары “Башҡортостан”, 3-сө класс уҡыусылары менән Илдар Ғайсин — “Шайморатов генерал”, уҡытыусылар, ата-әсәләр менән берлектә “Дуҫтарыма” йырҙарын башҡарҙы. Ата-әсәләр комитетының әүҙем гүзәл заттары “Ете ҡыҙ” бейеүен бейене. “Дуҫлыҡ” флешмобына барыһы ла ҡушылды.
Сарала Зауыҡлы биләмәләр йылын күҙ уңында тотоп, тәбиғәтте һаҡлау, тирә-яғыбыҙ матурлығы, төҙөклөгөнә лә ҙур иғтибар бүленде. Әгәр ҙә беҙ тәбиғәтебеҙҙе һаҡламаһаҡ, ауыл-ҡалаларыбыҙҙы матурламаһаҡ, киләсәк быуынға нимә ҡалдырырбыҙ? “Сәскәләр сере” тамашаһында был мәсьәлә асыҡтан-асыҡ сағылды. Мәҫәлән, Ҡыңғырауҙар: “Әхирәт, беҙ ошо ерҙең иң матур гөлдәре, эйе, йомшаҡ елдәр иркәләгәндә, беҙ хуш еҫтәр таратабыҙ, кешеләр сүптәрен түгеп, беҙҙе рәнйетә...” Ромашка: ”Рәнйетәләр генәме һуң... Бына мәңгелеккә мине инвалид яһанылар... Аяғымды ауырттырҙылар... Өҫтөмә бер тоҡ быяла шешә ырғыттылар... Үҙҙәре затлы кейемдә, ҡиммәтле машинала...”
М. Кәримдең “Дан кәпәс түгел” әҫәрендә Әсҡәт өләсәһен аңланы. "Олатайҙан ҡалған түбәтәйҙе кейеү шәп, әммә ... олатайҙан ҡалған дан-шөһрәт түбәтәй түгел... Кем теләй, шул тағып йөрөй алмай быны. Мөрйәнән сыҡҡан төтөн донъяны йылытмаған кеүек, ата-баба даны ла баланы биҙәмәй. Олатайың кеүек ил һоҡланырлыҡ эш башҡарһаң икән, балам".
Үҙенсәлекле сараға барыһы ла етди әҙерлек менән килгәйне. Артистар булһынмы, тамашасымы — береһе лә туған телгә битараф ҡалманы. Сығыштар йөкмәткеле булды һәм башҡорт теленең данын арттырыуға арналған “Йыйын-2020” байрамының бәҫен арттырҙы.
“Тел байрамы ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Декабрҙә барлыҡ мәктәптәрҙә башҡорт теле йылына бағышланған дәрестәр, аҙналыҡтар үткәрелде. Йыл дауамында районда төрлө акция, конкурс, эстафета, дәрестәр һәм семинарҙар үткәрелеп торасаҡ, улар башҡорт телен өйрәнеүҙә балаларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға тейеш”, — тип билдәләне мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Камил ҡыҙы.
“Киләсәк быуындар башҡорт телен үҙләштереп, башҡорт телендә аралашып, йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, бейеүҙәр өйрәнеп йәшәһен өсөн ошондай сараларҙың әһәмиәте ҙур”, — тине 37 йыл ғүмерен мәғарифҡа арнаған Хәлил урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Рәфинә Шәйехова.
Байрамдың пленар өлөшөндә доклад менән Мәрйәм Бураҡаева, Мәрүә Ғилметдинова һәм мәғариф бүлеге методисы Лариса Сафина сығыш яһаны. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар туған телде һаҡлау һәм үҫтереүҙә “Йәйләү” лагерының роле, балалар менән тәрбиәүи эште камиллаштырыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне, профилле смена ваҡытында экологик һәм патриотик тәрбиә мәсьәләләренә туҡталды, төрлө типтағы лагерҙарҙа тәрбиәүи программа төҙөү буйынса кәңәштәр бирҙе. Һуңынан Салауат Юлаев тураһында кино күрһәтелде.
Әсбирә Кәбирова һәм үҙешсән артистарҙың сағыу сығыштары һөҙөмтәһендә байрам юғары кимәлдә ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәрендә башҡорт теленә хөрмәт, һөйөү уятыу, онотолған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү маҡсатында үткәрелгән сарала ҡатнашыусылар бай тәьҫораттар алып, рухланып таралды.
Автор: Люция КАРАМОВА.
Читайте нас: