Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты

Бөрө ҡалаһының 1-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының “Федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙа юғары сифатҡа өлгәшеү өсөн метапредмет һөҙөмтәһе йүнәлешендә эшләү” район семинар- кәңәшмәһе үтте.

Сарала ҡала һәм райондан йәмғеһе 26 туған тел уҡытыусыһы ҡатнашты. Беренсе өлөштә асыҡ дәрестәр ҡаралды. Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Рухулбаян ҡыҙы Латипова — 3-сө класта «Сыйфатлар иленә сәяхәт», башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Хәлил ҡыҙы Солтанова 5-се Б класында «Мин мәктәптә. Һорау һөйләмдәр» темаларына ҡыҙыҡлы дәрестәр күрһәтте.
Туған тел уҡытыусылары тарафынан әҙерләгән театрлаштырылған “Серҙәреңде ас, һандыҡ!” фольклор тамашаһы семинарҙы байытып ебәрҙе. Гөлфирә Хәзиулла ҡыҙы Зәббәрова квест технологияһын ҡулланып, уҡытыусыларға оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Бөрө ҡалаһының 1-се мәктәбе Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филилалы менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Филология фәндәре кандидаты Ғәлиә Ғәлиән ҡыҙы Ғәниева район берекмәһе уҡытыусыларына уҡыусыларҙың универсаль эшмәкәрлеген булдырыуҙа метапредмет һөҙөмтәһен булдырыуҙа 4-се класс уҡыусыларының эшен ойоштороуҙа ҡулланырға мөмкин булған инновацион эш алымдарын күрһәтте.
Артабан Бажан урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлйемеш Ғилмулла ҡыҙы, ҡаланың 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Рәмзилә Рухулбаян ҡыҙы, 7-се мәктәп уҡытыусыһы Гүзәл Лаис ҡыҙы семинар темаһын теоретик һәм практик яҡтан асыҡлаған фәһемле сығыштары менән сығыш яһаны һәм уҡытыусылар менән туған тел уҡытыу мәсьәләләре буйынса әңгәмә ойошторолдо.
Ғөмүмән, семинар-кәңәшмәлә район берекмәһе уҡытыусылары эшлекле фекер алышты, үҙҙәре өсөн фәһемле мәғлүмәт тупланы.
Автор: Әлфинә Сәйетгәрәева,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының
район берекмәһе етәксеһе.
Читайте нас: