Бөтәбеҙгә мәғлүм булыуынса, 2020 йыл Ҡоролтай тарафынан Башҡорт теле йылы тип тәҡдим ителде, республикабыҙ етәксеһе Радий Фәрит улы быны хупланы. Республика, муниципаль, мәктәптәр, балалар баҡсалары кимәлендә эш планы төҙөлдө һәм был юҫыҡта бик күп эштәр алып барыла.
Тәүге эш булып районыбыҙҙа, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында Башҡорт теле йылын асыу тантаналары гөрләп үтте. Был саралар башҡорт йырҙары, бейеүҙәре, шиғырҙары менән үрелеп барҙы, халыҡ йолалары күрһәтелде.
Ғинуар айында район кимәлендә “Урал батыр” эпосын Рәсәй телдәре һәм сит телдәрҙә яттан һөйләүселәр конкурсы үтте. Еңеүсе уҡыусыларыбыҙ республика этабында ла һынатманы, ҙур еңеү яулап ҡайтты. Асҡын 2-се урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Ғайбатова Илнара эпосты башҡорт телендә һәйләп, 1-се урынға лайыҡ булды, ә Ҡашҡа урта мәктәбенән Хәжиәкбәрова Дилә “Иң сағыу сығыш” номинацияһында еңеү яуланы. Районда уҙған Кесе акдемия сиктәрендә ойошторолған тикшереү эштәрен яҡлау конкурсында ла башҡорт телендә уҡыусыларыбыҙ уңышлы сығыш яһаны. Ҡарткиҫәк урта мәктәбенән 9-сы класс уҡыусыһы Хәйруллин Юлай үҙенең “Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләше” темаһына яҙылған эше менән республика кимәлендә районыбыҙҙы яҡлаясаҡ. Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусылары БДУ-ның Бөрө филиалы ойошторған Һ. Дәүләтшина ижады буйынса видеоконкурста ҡатнашты.
Телгә һөйөү, хөрмәт ғаиләнән, балалар баҡсаһынан башлана. Был йәһәттән мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтә. Күптән түгел генә Асҡын ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында “Атайҙар байрамы” үтте. Балалар атайҙары менән бергә башҡорт телендә матур итеп сығыш яһаны. Асҡын 2-се балалар баҡсаһы ла был йәһәттән бик әүҙем эшләй. Сабирйәнова Илнара Илшат ҡыҙы әҙерләп үткәргән “Өләсәйемдең серҙәре ҡайҙа һаҡлана?” тигән өләсәйҙәр менән бергә үткәрелгән байрам һәр баланың күңелендә ҡалырлыҡ сара булды. Унда өләсәйҙәр башҡортса йырлап та, ҡубыҙҙы уйнап та, бейеп тә күрһәтте. Шул уҡ балалар баҡсаһынан тәрбиәсе Ғәлимова Ләйсән Зөфәр ҡыҙы үҙенең коллегалары менән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүесе булған — күкрәксә эшләү буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте.
Мәктәптәрҙә лә Башҡорт теле йылына арналған күп саралар уҙғарыла. 21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап, бөтә мәктәптәрҙә лә асыҡ дәрестәр күрһәтелде. “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, шиғыр һөйләүселәр конкурсы, әкиәттәр сәхнәләштереү, йолалар күрһәтеү, Ш. Бабич, Аҡмулла уҡыуҙары кеүек саралар үткәрелеп, уҡыусыларҙың рухын күтәрҙе. Был көндө районыбыҙҙың мәктәптәрендә башҡорт телендә бөтәһе 360 кеше халыҡ-ара диктант яҙҙы.
Шулай уҡ “Йәнтөйәк” гәзите ойошторған “Сәләм! Ә был беҙ” конкурсында Асҡындың 1-се, 2-се , Ҡшлауйылға, Солтанбәк, Иҫке Ҡаҙансы,Ҡарткиҫәк мәктәптәре уҡыусылары видеороликтар әҙерләп телгә булған һөйөүҙәрен күрһәтте һәм башҡорт теленең матурлығын бөтә донъяға танытты.
Быйылғы уҡыу йылы Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәс, мәктәптәрҙә сараларҙы күберәк башҡорт телендә үткәрергә тырышабыҙ. Әлеге ваҡытта, мәҫәлән, Асҡын 2-се урта мәктәбендә 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған бәләкәй кластар өсөн “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!”, ә 9-11-се кластар араһында “Мәктәп Һылыуҡайы” конкурстарына ҙур әҙерлек бара.
Ата-бабаларыбыҙҙың тарихын, тормош-көнкүрешен өйрәнеү буйынса ла күп эштәр башҡарыла. Уҡыусылар дәрестәрҙә шәжәрәләр төҙөп, ата-әсәләре, туғандары тураһында проекттар эшләп яҡлай. Балалар “Минең атайым”, “Минең әсәйем”, “Минең ҡарт олатайым” кеүек проект эштәрен яратып башҡара.
Мәктәптәрҙә төрлө милләт балалары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Ғинуар айында үткәрелгән башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала Ҡышлауйылға мәктәбе уҡыусыһы — ҡаҙаҡ ҡыҙы Молдасәйетова Эдера юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, Бәтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренең уҡыусылары менән ауыл биләмәләре үткәргән һәр сарала актив ҡатнаша. Мәҫәлән, районыбыҙҙа барған “Тере шишмәләр” конкурсында башҡорт йолаларын тергеҙеү буйынса мәктәп уҡытыусылары ла, уҡыусылар ҙа тос өлөш индерә. Шулай уҡ ауыл китапханаларында уҙғарылған сараларҙа ла әүҙем сығыш яһайҙар. Мәҫәлән, халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Әлмирә Таһирйән ҡыҙы оло йәштәге инәйҙәр менән “Рух байрамы” үткәрҙе. Петропавловка уҡытыусыһы Лотфуллина Эльвира Ғәли ҡыҙы балалар баҡсаһында кескәйҙәр менән башҡорт тирмәһе тураһында әңгәмә ҡорҙо.
Башҡорт теле йылы сиктәрендә планлаштырылған бөтә саралар ҙа тейешле кимәлдә уҙғарыла һәм уҙғарыласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: был сараларҙан бер кем дә ситтә ҡалмай. Мәктәпкәсә йәштәге балалар,тәрбиәселәр, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр бер булып, саралар әҙерләп үткәреп телебеҙҙең бәҫен, әһәмиәтен күтәрә икән, тимәк, телебеҙ йәшәйәсәк.