Йәнтөйәк
+16 °С
Дождь
Антитеррор
2020 — Башҡорт теле йылы
18 Февраля 2020, 09:49

Әкиәттә ҡунаҡта

Асҡын ауылының “Күк сәскә" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре кескәйҙәргә ниндәй әкиәт сәхнәләштереүе хаҡында түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

14 декабрь — Башҡорт теле көнөндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ауылдарҙа мәктәптә, балалар баҡсаларында, мәҙәниәт усаҡтарында башҡорт театрҙарын асырға тәҡдим иткәйне. Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһы коллективы был тәҡдимде ҡыуанып ҡабул итте, сөнки бирелә кескәйҙәрҙе әкиәттәр, йәнһүрәттәр аша милли рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә.
Мәҫәлән, күптән түгел "Күк сәскә" хеҙмәткәрҙәре Айһылыу Йәғәфәрованың "Кемдең күлдәге матур?" әкиәтен сәхнәләштерә. Башҡортса аңламаған балалар өсөн тәүҙә әкиәттең йөкмәткеһен һөйләп, аңлаталар, ҡыҙыҡһындыралар. Тәрбиәселәр үҙҙәре үк матур итеп костюмдар тегә, битлектәр әҙерләй. Ролдәрҙе тәрбиәселәр, уларҙың ярҙамсылары, ашнаҡсылар ҙа берҙәй ҙур оҫталыҡ менән башҡара, мимика, интонация ярҙамында кескәйҙәрҙе әкиәт иленә алып инә. Музыкаль яҡтан тамашаға бирелә эшләүсе Рушания Шәрәфетдинова йән өрә. Сәхнә биҙәлеше, декорация, артистарҙың гримы — барыһы ла әкиәттең балаларға тәьҫир итеү көсөнә йоғонто яһай. Иң мөһиме, баҡсаға йөрөүсе кескәйҙәр әкиәтте тын да алмай ҡарап, тыңлап ултыра.
Был турала тулыраҡ итеп “Йәнтөйәк” гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Наилә Имаева.
Читайте нас