Йәнтөйәк
+12 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
2020 — Башҡорт теле йылы
4 Февраль 2020, 07:20

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының һәр һүҙе — аҡыл

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның сығышы залда ултырыусы һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингәндер.Тулыраҡ:

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы сығышында башҡорт милли мәғарифы торошондағы ҡайһы бер күренештәргә борсолоуын белдерҙе. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән балалар һанының йылдан-йыл кәмеүен билдәләп, хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн йәмәғәтселек, мәғариф учреж­де­ниелары, ата-әсәләр ҙур тырышлыҡ һалырға тейеш, тигән фекерен әйтте.
Туған телде өйрәтеүҙе балаға бишектән үк башларға кәрәклеген ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр белһендәр ине. Әгәр мәктәпкә генә ҡайтарып ҡалдырһаҡ, бала тулыһынса өйрәнә алмаясаҡ. Иң тәүҙә атай-әсәй туған телде белеүҙең мөһимлеген аңлатырға, телгә һөйөү тәрбиәләргә, өйҙә туған телдә аралашырға тейеш. Ә ғәйепте кемдәндер эҙләп, күктән көтөп ултырыу – был ғәфү итмәҫлек оло хата. Аллаһы Тәғәлә һәр баланы үҙенең туған телендә ярата, шулай уҡ ғүмере бөтөп, Аллаһ ҡаршына барғанда ла ул туған телендә яуап бирәсәк. Ә инде туған телен белмәгәндәргә яза ҡаты буласаҡ. Икенсенән, ата-бабалар, өләсәйҙәр беҙгә аманат итеп ҡалдырған әсә телен, туған телебеҙҙе, йолаларҙы, сылтырап аҡҡан шишмәләй йырҙарыбыҙҙы белмәй үҫкән балаға тормошта үҙен табыуы ауыр була, — тине ул.
Гөлфиә Янбаева Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Башҡорт телен кәрәкле, модалы итергә кәрәк. Башҡорттарҙы «башҡортҡа» һәм «башҡорт булмаған»ға бүлеү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Кемдер телде тейешле кимәлдә белмәһә йәки ниндәйҙер диалектта һөйләшһә, ҡайһы бер «тел белгестәре» уға «сит кеше» тип ҡарай башлай. Диалекттары әҙәби башҡорт теленә инмәгәндәрҙе айырып ҡарауҙан туҡтарға кәрәк. Уларҙың башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандарға ҡарағанда нығыраҡ башҡорт рухлы булыуҙары мөмкин. Әгәр ул башҡортса һөйләшмәй, ләкин үҙен ошо бөйөк халыҡтың бер өлөшө итеп тоя, шуның менән ғорурлана икән, ул башҡорт. Мин дә оҙаҡ ваҡыт кеше алдында башҡортса һөйләшмәнем, сөнки әҙәби телде белгәндәрҙең ҡырын ҡарашынан ҡурҡа инем. Ләкин коллегаларым, дуҫтарым менән рәхәтләнеп туған телемдә аралашам. Һәләтемде мөмкин булғанса үҫтерәсәкмен» тигән һүҙҙәрен миҫалға килтереп, ҡеүәтләп, башҡорт телендә һөйләшеүҙе модалы итеү өсөн тырышырға саҡрыҙы. Ул ғына ла түгел, йәмғиәтебеҙҙәге кире күренештәргә битараф ҡалмаҫҡа, ситтән генә күҙәтеүсе булмаҫҡа, уларҙы бөтөрөү, булдырмау өсөн барыһын да эшләргә өндәне.
— Милләтеңде юғалтырһың, ләкин бер кем дә һине үҙенеке итеп ҡабул итмәҫ – бына нимә иң аяныслыһы, – тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Был һүҙҙәр залда ултырыусы һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингәндер.
Наилә Имаева.
Читайте нас