Әгәр беҙҙең телебеҙ ҡасандыр юҡҡа сығып, бөгөнгә килеп етмәгән, тип күҙ алдына баҫтырһаҡ, халҡыбыҙҙың күпме ауыҙ-тел мираҫын белмәҫ, "Урал батыр", "Аҡбуҙат" һәм башҡа донъя кимәлендәге хазиналарға эйә булмаҫ, телһеҙ халҡым милләт булараҡ юҡҡа сығыр ине. Шөкөр, бындай аяныс хәлгә төшмәгәнбеҙ, ата-бабаларыбыҙ милләтебеҙ йәшәһен өсөн бар көсөн һалған, ғүмерен аямаған.
Бөгөнгө ысынбарлыҡ ныҡ хәүефләндерә. Атаһы ла, әсәһе лә башҡорт булып та үҙенең балаһы менән урамда урыҫса һөйләшеп килгән йәштәрҙе күреп, йән әрней. Башҡорт инәйе, олатайы үҙенең ейән-ейәнсәренә вата-емерә урыҫ телендә ниҙер аңлатырға тырыша. Былар – ғәҙәти күренеш. Артабан да шулай дауам итһә, киләсәктә ни күрербеҙ? Ошо быуат менән беҙҙең телебеҙ ҙә тарихта тороп ҡалмаҫмы?
Хөрмәтле инәй-олатайҙар, ағай-апайҙар, йәштәштәрем! Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда! Милләтте ихтирам итеп, башҡортса матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыһаҡ, үҙ телебеҙҙә аралашһаҡ, бер-беребеҙгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп йәшәһәк, беҙгә бер кем дә рухлы, туған телле, бай күңелле халыҡ булырға ҡамасаулай алмаҫ.
Әйткәндәй, минең әнейем (иҫкәрмә: “әней” – башҡорт һүҙе, Ейәнсура яҡтары диалекты, автор шул көйөнсә яҙыуҙы һораған) "Йәшлек"те уҡый, уның һәр һаны хазинаға тиң, ти.
Барыһы – үҙебеҙҙең ҡулда!
Болондарға сыҡһам хайран ҡалам
Меңәрләгән сәскә төрөнә.
Миңә улар ерҙә милләттәрҙең
Сағылышы булып күренә.
Сәскәләрҙе ҡарап, беҙ таныйбыҙ
Фиғелен, еҫен һәм төҫөн.
Ә милләтте ерҙә милләт итеп
Йәшәү бүләк иткән тел генә.
Хоҙай, бәлки, бушҡа яралтмаған
Ел ыңғайы елгән ҡамғағын.
Илен-телен онотҡан бәндәләр, тим,
Ҡамғаҡ икәнлеген аңлаһын.
Үҙ телебеҙҙә аралашмаһаҡ,
Ярҙам итмәҫ бер ниндәй ғиллә лә.
Башҡортомдоң ул-ҡыҙҙары булып
Тел дә тыуһын ине ғаиләлә!
Ғайсар ҠАНСУРИН,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт гимназия-интернатының XI "Б" класы уҡыусыһы.