Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Июнь 2020, 15:00

Афарин, Динис!

Райондашыбыҙ, Ҡашҡа ауылы егете Динис Мөҡсинов Мәскәүҙә үткән Еңеү парадында ҡатнаша.

Райондашыбыҙ, Ҡашҡа ауылы егете Динис Мөҡсинов Мәскәүҙә үткән Еңеү парадында ҡатнаша.
Динис Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Зәлифә һәм Динар Мөҡсиновтарҙың өс балалы ғаиләһендә тәүге ҡыуаныс булып донъяға килә. Ул бәләкәйҙән тырыш, аҡыллы, тәртипле егет булып үҫә. Тыуған ауылындағы мәктәптең 9- сы класын тамамлағас, уҡыуын Өфө архитектура колледжында дауам итә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, үткән йыл ноябрҙә Рәсәй Ҡораллы көстәр сафына алына. Динис Мәскәү өлкәһендә Калининец ҡасабаһында урынлашҡан Таман дивизияһы мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә.
Бала саҡтан спортты яратҡан егет армияла ла һынатмай, алдынғылар рәтендә булып, физик әҙерлеге, тырыш, яуаплы, тәртипле булыуы менән айырылып тора. 24 июндә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнап үткәрелгән Еңеү парадында ҡатнашырға һалдаттар һайлағанда ла Динисты беренселәрҙән булып алалар. Буйы, физик әҙерлеге, яуаплылығы, тырышлығы һайлап алыуҙың бөтә этабын да уңышлы үтергә ярҙам итә.
— Парадҡа өс ай әҙерләнделәр. Улым бик тырышып, ғорурланып йөрөнө. Хәрби хеҙмәттән шундай ҡәҙерле иҫтәлек булып ҡаласаҡ был мәл. Шундай ҙур, мәртәбәле сарала ҡатнашыу бик һирәктәр өлөшөнә төшә. Парадҡа лайыҡлы әҙерлек өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының миҙалы менән бүләкләгәндәр. Парадты телевизорҙан бөтә ғаиләбеҙ, туғандар менән тулҡынланып, ғорурланып ҡараныҡ. Динистар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кейемдә үтте. Алдан комментатор ошо хаҡта әйтеп үткәс, Динисты күпме хәрби араһынан табырға ауыр булманы, — тип һөйләне ғорурлыҡ менән Динистың әсәһе Зәлифә Фәрит ҡыҙы.
Динис ағаларының ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән һеңлеләре Регина менән Гөлназ да көтә. 11-се класты тамамлаусы Регина әле Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырырға әҙерләнә, ә Гөлназ 1-се класты тамамлап, рәхәтләнеп ял итә.
Наилә Имаева.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: