Спецназ – элиталы, ныҡлы әҙерлекле һәм юғары оҫталыҡҡа эйә хәрби берекмә. Илебеҙ таянған һәм ышанған ҡаҡшамаҫ көс ул.
2004 йылдың 18 майында Рәсәй гвардияһы составына ингән махсус тәғәйенләнештәге “Булат” отряды булдырыла. Ул Өфөлә урынлаштырыла. Ошо 16 йыл дауамында отряд хәрбиҙәре бик күп махсус операцияларҙа ҡатнаша, илебеҙҙә террорлыҡҡа юл ҡуймау өсөн аяуһыҙ көрәшә. Рәсәй Президентының 2012 йылдың 21 ноябрендәге Указына ярашлы, махсус тәғәйенләнештәге отрядҡа “Ватанды һаҡлау һәм ҡораллы низағ шарттарында дәүләт мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән хәрби хәрәкәттәрҙә шәхси составтың күпләп батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн” генерал-майор М.М. Шайморатов исеме бирелә.
Отрядтың бурыстары киң һәм яуаплы. Шул иҫәптә - Төньяҡ Казказ биләмәһендә Конституция тәртибен һаҡлау буйынса эшмәкәрлек алып барыу. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге отряд милли батырыбыҙҙың намыҫына тап төшөрмәй, биргән анттарына тоғро ҡалып, халыҡ именлеге хаҡына тоғро хеҙмәт итә. Уларҙы иң ауыр, яуаплы урындарға ебәрәләр. Илдә Конституцияға ярашлы тәртип урынлаштырыу буйынса командировкалар мәлендә батырҙарса һәләк булғандар ҙа бар. Шулай уҡ Ватан алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәгән хәрбиҙәр Рәсәй наградалары менән бүләкләнеп килә.
“Беҙ – шайморатовсылар!” – ти улар. Быйылдан отрядтың мәртәбәһе тағы ла артты тип әйтергә була, сөнки хәҙер ул Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә.
Байрамығыҙ мөбәрәк булһын, шайморатовсылар!
Фото: “Бәйләнештә”, "Башинформ".